Уҡыу йылын йомғаҡлап
30 мая 2016 йыл | Мәғариф, Спорт

12 майҙа район үҙәгенең "Йәшлек” ял паркында традиция буйынса уҡыу йылын тамамлауға арналған спорт байрамы үтте. Уны асыу тантанаһында район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Әхтәмова йәш спортсыларҙы тәбрикләп, уңыштар теләне.

Һиңә ҡайтам, ауылым Сахалин
30 мая 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Ҡайтам әле, Сахалиным,
Һиндә ҡалған йәш саҡтарға,
Юл буйында оҙатып ҡалған
Ҡайындарҙы ҡосаҡларға.
Быйыл июнь айында Сахалин тауы итәгендә ер еләктәре ап-аҡ сәскәгә күмелеп, аҡ ҡайындар йәшел шәлен ябынып, беҙҙе ҡаршылап, үҙ ҡосағында иркәләп, йән йылыһын биреп ауылдаштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән осрашыуыбыҙға 20 йыл була.

Мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел!
30 мая 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Зыярат сүп-сарҙан таҙартылғас, алдына  ылыҫлы ағастар ултыртылды.Зыярат сүп-сарҙан таҙартылғас, алдына ылыҫлы ағастар ултыртылды.Йылдың-йылы ҡотлоғужалар ошондай девиз аҫтында 2 май көндө мәңгелек йорт булған зыяратты йыйыштырырға өмәгә дәррәү йыйылып сыға.

Асты ишектәрен китапхана
30 мая 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Район китапханасыһы Фәүзиә Зәйнуллина  Фәнүзә Латиповаға китаптар тапшыра.Район китапханасыһы Фәүзиә Зәйнуллина Фәнүзә Латиповаға китаптар тапшыра.Етенсе апрелдә Родина клубында йәмәғәт башланғысындағы ауыл китапханаһын асыу тантанаһы булды. Мәҙәни усаҡты ҡабыҙып ебәреүгә бөтә ауыл халҡы көсөн һалды. Был сарала ҡунаҡтар – үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Фәүзиә Зәйнyллинa, Рәсимә Калмыкова ҡатнашты. Символик асҡыс   китапханананың буласаҡ мөдире Фәнүзә Латиповаға тапшырылды.    Байрамда Родина мәктәбе уҡыусыларының музыкаль ҡотлау сәләме яңғыраны, кисәгә башҡорт, урыҫ телендә йырҙар, шиғырҙар йәм өҫтәне.

Халыҡ һулышы хаттарҙа
30 мая 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Май айының почтаһына байҡау яһағанда күп хаттарҙың Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына, Бөйөк Еңеү көнөнә ҡарата яҙылыуы күҙгә ташлана. Шуға күрә районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек шаулап уҙған байрам саралары тураһында хәбәрҙәр күп булды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12