Йәнә Курил утрауҙары хаҡында
30 мая 2016 йыл | Сәйәсәт

Япония Премьер-министры Синдзо Абэның Сочи ҡалаһында Владимир Путин менән осрашыуы, Төркиә Премьер-министрының отставкаға китеүе, Сәғүд Ғәрәбстанының нефть сығарыуҙы арттырырға йыйыныуы иғтибар үҙәгендә булды.

“Бөйөк Еңеүҙе данлайбыҙ” патриотик йыр конкурсы шулай аталды
30 мая 2016 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Красноусолдағы 3-сө мәктәптең вокал ансамбле сығышы 1-се урынға лайыҡ булды.Красноусолдағы 3-сө мәктәптең вокал ансамбле сығышы 1-се урынға лайыҡ булды.Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында йәш башҡарыусылар араһында "Бөйөк Еңеүҙе данлайбыҙ” тигән исем аҫтында патриотик йыр конкурсы үтте. Унда башҡорт, рус, татар телдәрендә ветерандарҙы данлаған, һуғыш темаһына  йырҙар яңғыраны. Конкурсанттар ике йәш төркөмөнә бүленеп сығыш яһаны: тәүгеһендә - 13-17, икенсеһендә 18-30 йәшлектәр, шулай уҡ вокал ансамблдәр ҙә килгәйне.

Нурлы йорт хужабикәһе
30 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

Ташлы ауылы ағинәйе Нурия Ғүмәрова.Ташлы ауылы ағинәйе Нурия Ғүмәрова.Һәр ауылда олоһо-кесеһе хөрмәтләгән, ололоҡлаған, "аҡыл һандығы” тип ҙурлаған ысын ағинәйҙәр бар. Ташлы ауылында ғүмер итеүсе Нурия апай Ғүмәрова шундайҙарҙың береһе.

Беҙ – һуғыш йылы балалары
30 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

22 июнь, 1941 йыл. Таң атып килгән саҡ. Ауыл-ҡалалар тыныс йоҡола. Шул ваҡытта фашист илбаҫарҙары Тыуған илебеҙҙе үлем утына тоталар.
Был көндө беҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар, ауыл ситендә туп уйнай инек. Бер ҡыҙ бала илай-илай һуғыш башланыуы тураһында хәбәр һалды. Уның артынан бер малай "Һуғыш, һуғыш башланған!” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп килде. Барыбыҙ ҙа уйнауҙан туҡтаныҡ. Ни эшләргә лә белмәй аптырап торабыҙ. Өйгә ҡайтһам, инәй илап ултыра. Бар ауыл халҡы урамға сыҡты. Һөйләшеү гел һуғыш тураһында бара.

Ут эсендәге теләк…
30 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

Кәрәкмәй ул хәтер үлгәндәргә,
Хәтер кәрәк тереләргә.
Атайым Барый Әбйәлил улы Сираев Сәйетбаба
ауылында указлы мулла ғаиләһендә тыуған. Ауыр, буталсыҡ замандарға тура килә уның бала сағы. Ишле ғаиләлә үҫкән атайым бик матур тәрбиә ала - олата-йым Әбйәлил мулла менән Сафура өләсәйем бөтә балаларын да кеселекле, кешелекле, уҡымышлы итеп үҫтерәләр. Бәләкәйҙән отҡор, зиһенле, бөтә эшкә лә оҫта була атайым. Тирә-йүндә беренсе солоҡсо булып дан алған атаһынан күреп, үҙ ваҡыты еткәс, ҡортсо һөнәрен һайлай.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12