Иҫләһендәр, аңлаһындар… Красноусолдағы 1-се мәктәптә Батырлыҡ дәресе үтте
26 мая 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Иҫләһендәр, аңлаһындар… Красноусолдағы 1-се мәктәптә Батырлыҡ дәресе үттеКүптән түгел Крас-ноусолдағы 1-се урта мәктәптә район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары өсөн Батырлыҡ дәресе үтте. Сарала Бөтә Рәсәй "Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Респуб-ликаһындағы бүлексәһе идаралығы рәйесе А.М.Палтусов һәм айырыуса хәүефле подразделениелар ветерандары республика советы рәйесе Р.Р.Мырҙағолов ҡатнашты.

Ҡотлоғужа байрам итте
25 мая 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Ҡотлоғужа байрам итте24 апрелдә Ҡотлоғужа ауылында Урындағы үҙидара көнө уҙғарылды. Байрамға Бельский ауыл хакимиәтенә ҡараған өс ауылдан халыҡ йыйылған ине.

Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә
25 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

Район үҙәге Красноусолда "Минең документтарым” тип аталған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе үҙәк асылыуға ярты йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Был арауыҡта 6 мең дәүләт хеҙмәте күрһәтелгән, 2 мең кеше консультация алған. Үҙәктә 4 белгес – А.В.Небогатова, О.В.Хлескина, Т.Ю.Кленова, З.Р.Мырҙаянова эшләй. Был учреждение граждандар һәм башҡарма власть органдары араһындағы бәйләнеште тиҙ һәм бер урында һәр кемгә уңайлы ваҡытта башҡарырға мөмкинлек бирә.

Парламент көнө киң билдәләнде
25 мая 2016 йыл | Урындағы үҙидара

27 апрелдә илебеҙҙә һәм ра-йонда Рәсәй парламентаризмы көнө киң билдәләнде. Ра-йон мәктәптәрендә район һәм ауыл Советы депутаттары, Йәштәр Советы, йәш депутаттар район ассоциация-һы ағзалары ҡатнашлығында мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселек вәкилдәре менән берлектә осрашыуҙар уҙҙы.

Аҙна һайын бүләк" акцияһы еңеүселәре (уңдан һулға): Еҙем-Ҡарандан Нурмөхәмәт Ҡормашев, Сәйетбабанан Римма Ишмырҙина һәм Ҡурғашлынан Рәйсә Усманованың бүләген алырға килгән уның ҡыҙы Рәзимә Усманова.
25 мая 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Республикала "Стартап автобусы” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм ярҙам фонды менән берлектә был проектты 2014 йылдың декабрендә башлап ебәрә. Проекттың төп бурысы – урындарҙағы эшҡыуарҙарға яңы бизнес проекттарҙы төҙөүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген популярлаштырыу.   "Стартап автобусы” проектында республика райондарынан күп кенә эшҡыуарҙар ҡатнашып та өлгөргән. 20 майҙа уға ҡушылырға Ғафури, Ишембай райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалалары эшҡыуарҙары саҡырыла.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 12