Әҙибә менән осрашыу
16 июня 2016 йыл | ---

Әҙибә менән осрашыуЕҙем-Ҡаран урта мәктәбендә ҡыҙыҡлы осрашыу үтте. Мәктәптең 2-11-се класс уҡыусылары менән осрашыу кисәһенә яҡташыбыҙ, билдәле шәхес – Гөлнур Яҡупова бик теләп, шатланып килде.

“Тимерсе ихатаһы”на сәйәхәт
16 июня 2016 йыл | Хаттар

Май айының матур бер көнөндә беҙ, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусылары, класс етәксебеҙ Юлиә Зәйнулла ҡыҙы Салауатова һәм тәрбиәсебеҙ Саимә Мотаһар ҡыҙы Игелекова менән ауыл осонда урынлашҡан "Тимерсе ихатаһы”на сәйәхәткә юлландыҡ.

Ер ҡәҙерен беләйек!
16 июня 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Урал тауы итәгендә, йәмле Ағиҙел туғайҙарында йәшәүсе яҡташтарым! Ниндәй хозур тәбиғәтле ерҙә ғүмер итәбеҙ – саф һауа, тәмле һыулы шишмәләр, хуш еҫле йүкә сәскәле баллы урмандар, уңдырышлы тупраҡ… Ә бит Ер шарында ергә генә түгел, таҙа эсәр һыуға, һауаға мохтаж халыҡтар бар.

Темалар төрлө, авторҙар ишле булһын!
16 июня 2016 йыл | Хаттар

Ауыл хәбәрселәренән килгән хаттарҙың гәзиттең йөкмәткеһен байытыуы һәр кемгә мәғлүм. Әммә мәшәҡәттәр бермә-бер артҡан йәйге осорҙа хаттар ағымы кәмеп ҡала.

Дәүләт Думаһы депутатынан ҙур бүләк
16 июня 2016 йыл | Йәмғиәт

Дәүләт Думаһы депутатынан ҙур бүләкЙөҙимән ауылындағы "Йәйғор” балалар баҡсаһы 1994 йылда асыла. Бөгөн бында 1,5 йәштән алып мәктәпкәсә йәшкә тиклемге 27 бала йөрөй. Ул Йөҙимән мәктәбе ҡарамағында (директоры – Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина) булып, өлкән тәрбиәсе Ләлә Рафаил ҡыҙы Шәмсетдинова етәкселегендә эшләй.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4