Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
20 июня 2016 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Бөгөн Юрмаш ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтә.
* 25 июндә Мораҙ ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыла. Ошо уҡ көндө Мораҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл асыласаҡ.

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
20 июня 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусыларИюндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө һөнәри һәм гражданлыҡ бурыстарын оло ҡиммәткә - кешеләр сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауға бағышланған иң кешелекле һәм шәфҡәтле, изге һөнәр эйәләренең байрамы ул. Ошо уңайҙан үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНАға (һүрәттә) мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:

Балҡып торһон “Халыҡ ынйыһы”!
20 июня 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Балҡып торһон “Халыҡ ынйыһы”!Хәйерле юл һиңә, Ынйы китап!
Исем туйлап юлға оҙатам,
Үҙ илемде, телем һәм динемде
Бөтмәҫ һөйөү менән яратам!
АЛТЫНБИКӘ сәсәниә.
Май айының йәмле бер көнөндә Родина ауылында билдәле шағирә Фәүзиә Ҡотлогилдинаның "Халыҡ ынйылары” китабының исем туйы үтте. Исеменә күрә, есеме тигәндәй, был китапта ысынлап та ынйылай шиғри хазиналар – сәсәндәрҙең әйтештәре йыйылған. Уның
донъя күреүенә сәбәпсе булған, нәшер итеүгә күп көс һалған Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы кисә башында килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы.  Был көндө Өфө ҡалаһынан яҡташыбыҙ, "Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, шағир, драматург Мөнир Ҡунафин, журналдың хәбәрсеһе Фәиз Харрасов, Республика Халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, Салауат ҡалаһынан ҡунаҡтар, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Насирова, "Табын” гәзите мөхәррире Самат Ғәлиуллин, "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова, берекмә ағзалары Әлфиә Исҡужина, Фәрғәт Ғәлин, Рәми Ғимрани, район мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Рахманғолова, Родина ауылы ағинәйҙәре, "Ханым” ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары, мәктәп уҡыусылары, урындағы клуб хеҙмәткәрҙәре – барыһы бер бөтөн булып матур шиғри табынға йыйылды.

Ауылымдың беренсе уҡытыусыһы
20 июня 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Ауылымдың  беренсе уҡытыусыһыҺүҙем 35 йыл ғүмерен балаларға белем-тәрбиә эшенә бағышлаған, оло ихтирамға лайыҡ булған беренсе уҡытыусым Асия Нәжметдин ҡыҙы Бәширова хаҡында.

Сәфәр оҡшаны
20 июня 2016 йыл | Хаттар

Сәфәр оҡшаны1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Йөҙимән мәктәбенең 5 - 6-сы класс уҡыусылары мәшһүр яҡташыбыҙ, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың Еҙем-Ҡарандағы йорт-музейына сәфәр ҡылды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 23