Реклама кампанияһы башланды
01 июня 2016 йыл | Йәмғиәт

15 майҙа 2016 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың реклама кампанияһына старт бирелде.

Сәхнәлә - яңғыҙҡайындар
01 июня 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Спектаклдән бер күренеш.Спектаклдән бер күренеш.Яңғыҙҡайын "Мираҫ” халыҡ театры быйыл И.Шиһаповтың уйланырлыҡ та, фәһемле лә "Иҫерек айныһа, хәйерсе байыһа” комедияһын әҙерләп, үҙҙәренең ауылдаштары алдында сығыш яһаны. Ул ғына ла түгел, күрше ауылдарҙа ла тамашасылар был ҡыҙыҡлы комедияны ҡараны. Ә Красноусолдағы сығыштарын башҡа халыҡ театрҙары режиссерҙары ла ҡарап, һуңынан баһалап киттеләр. Спектаклдең темаһы бөгөнгө көндә иң актуаль темаларҙың береһе – эскеселек, эшһеҙлек.

Туғандарың булыу – ҙур бәхет
01 июня 2016 йыл | Хаттар

Беҙ күп балалы колхозсы ғаиләһендә алты бала үҫтек. Әтиебеҙ Миңлеғәле ғүмер буйы колхоздың төҙөүселәр бригадаһында, ә әниебеҙ Нәзирә Ғимай ҡыҙы мәктәптә тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. 50 йылдан артыҡ бергә татыу ғүмер кисерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әтиебеҙ 4 йыл элек вафат булды. Әниебеҙ бөгөнгө көндә тыуған нигеҙебеҙҙең утын һүндермәй ауылда йәшәп ята. Аллаға шөкөр, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерә, иртә яҙҙан көҙгә тиклем матур-матур гөлдәре өй тирәһен йәмләп ултыра. Үҫтерелгән уңышын эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа һуттар, ҡайнатмалар, салаттар әҙерләй, помидор, ҡыяр, кәбеҫтәһен дә күпләп тоҙлап ҡуя.

Яугилделә «Ҡарға бутҡаһы»
01 июня 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Байрамда ҡатнашыусылар үҙ һөнәрҙәрен дә күрһәтте.Байрамда ҡатнашыусылар үҙ һөнәрҙәрен дә күрһәтте.Беренсе май көндө бала-сағалар, оло әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсет артындағы тау башына йыйылды. "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үткәрелеүе тураһында күптәр ишетеп белә ине. Ә бына ул байрам нисек үтә икән, тигән һорауҙар булды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23