Бәхет бында, тыуған тупраҡта
27 июня 2016 йыл | Йәмғиәт

Бәхет бында, тыуған тупраҡтаЮрмаш ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы булып уҙҙы
 
Юрмаш – тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан, эргә-тирәһендәге ауылдар араһында төҙөклөгө, үҙенә генә хас йәме менән айырылып торған бәләкәй генә ауыл. Күркәм йорттар, йыйнаҡ ихаталар хужалары былай ҙа ҡупшы донъяларын яңыртып биҙәһә, башҡалары ла йорт-ҡураларын, ҡойма-ҡапҡаларын тәртипкә килтереп, байрамға әҙерләнгән.

Мөғжизәле китап донъяһында
27 июня 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Китапханасыларҙы "Әхирәттәр" клубы ағзалары тәбрикләй.Китапханасыларҙы "Әхирәттәр" клубы ағзалары тәбрикләй.Кеше тормошонда китаптың роле баһалап бөткөһөҙ. Быуындар бәйләнеше, мәғариф, мәҙәниәт үҫеше, киләсәкте күҙаллау - барыһы ла бар китапта. Кешелек донъяһы туплаған аҡыл хазинаһын үҙендә һаҡлаусы тылсымлы көс ул китап, кешенең яҡын серҙәше, тоғро дуҫы һәм остазы.

Бар булмышы менән мөғәллимә
27 июня 2016 йыл | Йәмғиәт

Тәнзилә Минлебаева уҡыусылары менән.Тәнзилә Минлебаева уҡыусылары менән.Күптән түгел күркәм юбилейын – ике "5”ле алған көнөн билдәләгән, 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Тәнзилә Миңлебаева фиҙаҡәр хеҙмәте менән оло ихтирамға лайыҡ.

Дандары ҡайтты һәйкәл булып
27 июня 2016 йыл | Йәмғиәт

Бына ул Туғайҙағы мемориаль комплекс.Бына ул Туғайҙағы мемориаль комплекс.22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө илебеҙҙә киң билдәләнде. Районда ла һәр ауылда тиерлек ошо датаға арналған саралар уҙғарылды. Үтәк ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылында иһә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды.

Йәштәребеҙ бар яҡлап та һәләтле
27 июня 2016 йыл | Йәмғиәт

Йортло булыуға ни етә?! Красноусол үҙәк район дауаханаһы табибы Лена Мансур ҡыҙы тормош иптәше, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ойошмаһында вахта ысулы менән монтажсы булып эшләп йөрөүсе Ришат Ринат улы Резбаев менән Красноусолдың Йәштәр биҫтәһендә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы ҙур, матур йорт һала. "Ауыл докторы” программаһы буйынса бирелгән аҡсаға йәштәр тиҙ арала йорт төҙөп инергә ҡарар иткән.Йортло булыуға ни етә?! Красноусол үҙәк район дауаханаһы табибы Лена Мансур ҡыҙы тормош иптәше, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ойошмаһында вахта ысулы менән монтажсы булып эшләп йөрөүсе Ришат Ринат улы Резбаев менән Красноусолдың Йәштәр биҫтәһендә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы ҙур, матур йорт һала. "Ауыл докторы” программаһы буйынса бирелгән аҡсаға йәштәр тиҙ арала йорт төҙөп инергә ҡарар иткән.РФ Президенты Указы нигеҙендә 1993 йылдан алып 27 июндә Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙ йәштәренең ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәүе, ниндәй эштәр менән мәшғүл булыуы менән ҡыҙыҡһынып район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең йәштәр сәйәсәте секторы мөдире Лариса Петровна ДӘҮЛӘТШИНАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 23