Балаларға - уйын майҙансығы
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

	Балаларға - уйын майҙансығы   Сәйетбаба ауылының Еңеүҙең 30 йыллығы урамында бер төркөм балалар шау-гөр килеп уйнаған ергә ирекһеҙҙән юл тоттом. Баҡтиһәң, бында уларға иҫ киткес матур уйын майҙансығы төҙөлгән икән! Сағыу төҫтәргә буялған бәләкәй генә өй, өҫтәл, эскәмйәләр, әүһәләй, ҡалҡан-бәүелсәктәр, ваҡ ҡына ҡом тултырылған уйын майҙансығы әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора.

Яугир даны мәңгеләштерелде
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

Вил Ильясов присяга ваҡытында.Вил Ильясов присяга ваҡытында.   Вил Әнүәр улы 1967 йылдың 28 июлендә Хәтирә һәм Әнүәр Ильясовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1974 -1984 йылдарҙа Бурлы урта мәктәбендә белем ала. Уны тамамлағас, бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһынған туғаныбыҙ Өфө ҡалаһына ДОСААФ мәктәбенә уҡырға керҙе. Был уҡыу йортон уңышлы ғына бөтөргәндән һуң "Ленинизм” колхозында шофер булып эшләне. Күп тә үтмәй, 1985 йылдың октябрендә, хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Талды-Ҡурғанда әҙерлек үткәндән һуң Афғанстанға ебәрҙеләр.

Онотолмай үткәндәр
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

Онотолмай үткәндәр   1941 йылдың 22 июне. Ата-йым ҡайғылы төҫ менән өйгә килеп инде лә: "Һуғыш башланған бит, балалар, ни эшләрбеҙ инде”, - тип хәбәр һалды.

Илһөйәрҙең дуҫтары
13 июля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Илһөйәр Мортазина (һулда) Ҡаранйылға ауыл китапханасыһы Гөлшат Вәлиева менән.Илһөйәр Мортазина (һулда) Ҡаранйылға ауыл китапханасыһы Гөлшат Вәлиева менән.  Бәләкәйҙән ифрат китап яраттым. Хатта атай-әсәйемдән йәшенеп уҡый торғайным. Айырыуса Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға” трилогияһындағы кескәй Емеште йәлләп, илай-илай уҡығаным хәтерҙә, - ти Илһөйәр Мортазина. - Шуғалырмы, мәктәптә гел "бишле”гә өлгәштем. Барлыҡ фәндәр ҙә еңел бирелеүгә ҡарамаҫтан, тел, әҙәбиәт яҡын ине. Иншаларҙы мөкиббән бирелеп, кинәнеп яҙҙым. Уларҙы әле лә ҡайһы саҡта уҡып алам.

Һәйкәлдәрҙә - тарих, халыҡ хәтере
13 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

Төҙөлөшкә һәр кем өлөш индерергә тырыша.Төҙөлөшкә һәр кем өлөш индерергә тырыша.   Район мәҙәниәт һарайы янында 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы яугирҙары исемен мәңгеләштереү маҡсатында "Төньяҡ амурҙары” иҫтәлегенә һәйкәл һалына башлауы хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9