Имәндәштә - республика фестивале
13 июля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

   15-16 июлдә Имәндәш ауылында "Мәргән уҡсы” милли уҡтан атыусылар фестивале үтә. БР Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡ ижады үҙәге, "Любизар” хәрби-тарихи төбәк ойошмаһының I Башҡорт атлылар полкы клубы, Ғафури районы хакимиәте менән берлектә уҙғарған был сара республикала милли уҡтан атыуҙы үҫтереүҙе һәм популярлаштырыуҙы, үҫеп килгән йәш быуында туған халҡына, тыуған төйәгенә һөйөү, тарихи үткәнгә, сәләмәт милли ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләүҙе, милли спорт төрҙәрен тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Беҙҙең музыкаль ғаилә
11 июля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Беҙҙең музыкаль ғаиләКүптән түгел район мәҙәниәт һарайында балалар өсөн күңелле байрам – "Беҙҙең музыкаль ғаилә” конкурсы ойошторолдо. Был сарала Яҡуповтар, Йомағоловтар, Рәхимовтар һәм Рогожиндар ғаиләләре ҡатнашты. Ә тамашасылар залы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән шығырым тулы булды.

“Табын” дуҫтарын йыя
11 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

“Табын” дуҫтарын йыяӨфө ҡалаһының Гоголь урамында урынлашҡан М.Ғафури йорт-музейы –
ғафуриҙарҙың осрашыу урыны булып торҙо. "Табын” яҡташтар йәмғиәтенең бер төркөмө менән "Табын” гәзите вәкилдәре уртаҡ мәнфәғәттәр, уй-теләктәр хаҡында һөйләшеп, фекер туплап, артабанғы маҡсаттарҙы билдәләп ҡуйыр өсөн йыйылғайны.

Халыҡ хөрмәте – оло баһа
11 июля 2016 йыл | Мәғариф

Халыҡ хөрмәте – оло баһаМәктәп йылдары алыҫлашҡан һайын  бергә уҡыған класташтар, уҡытыусылар йышыраҡ иҫкә төшә, һағындыра. Барыһы ла бөгөнгөләй иҫтә, беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап кергәндәр, тәүге ҡыңғырау, пионер, комсомол сафына алынған тулҡынландырғыс мәлдәр, һуңғы ҡыңғырау…

Изге уйҙар оҙаҡ йәшәтә
11 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

Изге уйҙар оҙаҡ йәшәтәКүптән түгел 86 йәшен тултырған Юлыҡ ауылы ағинәйе Зәкирә Ишмөхәмәт ҡыҙы Ҡужина хаҡында яҙмам. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Зәкирә әбей бер-ике түгел, 12 бала үҫеп буй еткереп, тыуған ояларын ҡалдырып осоп сығып киткән ҙур йортта яңғыҙы ғына бынамын тигән итеп донъя көтә. Икмәген дә үҙе һала, бешеренеүгә лә әүәҫ ул.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9