Оҙаҡ йәшәүгә һигеҙ аҙым
01 июля 2016 йыл | Кәңәштәр

      Ҡасан ғына булмаһын, һәр кеше үҙенең ғүмерен оҙайтыу тураһында уйлана. Берәүҙәр спорт менән шөғөлләнә, икенселәр махсус диетаға ултыра, бәғзеләр иһә сирҙәренән арынырға ынтыла… Әммә белгестәр фекеренсә, оҙаҡ йәшәргә теләгән һәр кем сәләмәтлеге хаҡында алдан уҡ, организмға төрлө сирҙәр эйәләшеп бөткәнгә тиклем ҡайғыртырға тейеш. Һаулығыңды йәштән һаҡла, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит аҡыл эйәләре. Табип-ғалимдар, психологтар һәм диетологтар оҙон ғүмерле булырға теләгән кешеләргә бер нисә кәңәш төҙөгән. Түбәндәге һигеҙ кәңәште үтәп йәшәгәндәр ғүмерҙәрен ярайһы уҡ оҙайтыр, тигән фекерҙә улар.

Изге Ҡөрьән телен өйрәнәләр
01 июля 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Ҡөрьән телен өйрәнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар остаздары Рәзилә Рәхмәтуллина менән.Ҡөрьән телен өйрәнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар остаздары Рәзилә Рәхмәтуллина менән.Ғилемлелек – нур, тиҙәр. Кеше ғүмер буйы белемгә ынтылырға те-йеш. Үтәк ауылында бына икенсе йыл инде ҡатын-ҡыҙҙар ғәрәпсәне - изге Ҡөрьән телен өйрәнә. Уларҙың мөғәллимәһе – Рәзилә Рәхмәтуллина.

3 июль – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте ойошторолоуға – 80 йыл
01 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

      3 июль – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте ойошторолоуға – 80 йыл
      3 июлдә район эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Район юлдарында тәртип һәм именлекте 13 кешенән торған коллектив һаҡлай. Дәүләт инспекцияһына тиҫтә йыл полиция майоры Жәлил Әнүәр улы Ғәйнуллин етәкселек итә. Һөнәри байрамдары уңайынан һүҙҙе уға бирҙек:

ФРАНЦУЗДАРҘЫҢ КҮҢЕЛДӘРЕН ӘСИР ИТЕП...
01 июля 2016 йыл | Йәмғиәт

     Ҡунаҡтар Ҡаранйылғала Ж.Кейекбаев музейында.Ҡунаҡтар Ҡаранйылғала Ж.Кейекбаев музейында. Ғафури – Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы булһа, уның биҙәге – милли аш-һыуы, ғөрөф-ғәҙәттәре, сағыу таланттары менән дан тотҡан, тотош Башҡортостандың этник-мәҙәни, ижтимағи үҫеш үҙенсәлектәрен һәм кимәлен сағылдырған, дөйөм бер милли йөҙө менән айырылып торған иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба.

Ҡапҡаһынан белеп була хужаһының кемлеген
01 июля 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

       Ауыл урамдарын ремонтлау менән бер рәттән  туҡталыш павильондары урынлаштырыла.Ауыл урамдарын ремонтлау менән бер рәттән туҡталыш павильондары урынлаштырыла.Ғәҙәттә яҙ етеү менән ауылдарҙа санитар таҙартыу, төҙөкләндереү хәстәрлектәре башлана. Һәр кем үҙенең йорт тирәһен, ихатаһын ҡупшыларға тырыша. Урындағы үҙидараның да мәшәҡәттәре күбәйә был осорҙа: көтөүҙәр ойоштороу, юлдар, күперҙәр, социаль-көнкүреш объекттарын йүнәтеү, уларҙың биләмәһен тейешле тәртиптә тотоу тап улар иңендә бит. Был тәңгәлдә Красноусол ауыл биләмәһендә нимәләр эшләнә, улар бөгөн ниндәй хәстәрлектәр менән йәшәй? Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.З.МӨХӘМӘҘИЕВА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9