Иҫәп алыусы килә, ҡаршылағыҙ!
08 августа 2016 йыл | Йәмғиәт

1 июлдән уғата мөһим сара – Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы башланды. Дәүләт әһәмиәтендәге сара беҙҙең районда ла тулы көсөнә, уңышлы алып барыла. Уның барышы менән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың Ғафури районы буйынса уполномоченныйы Гүзәл Марат ҡыҙы Фәтҡуллина таныштыра. Һүҙ - уға.

Хәйерле сәғәттә, игенсе!
08 августа 2016 йыл | Ауыл хужалығы

Әле ҡасан ғына ҡап-ҡара булып йәйрәп ятҡан баҫыуҙарҙы тракторҙар иңләп, сәсеү эштәре гөрләй ине. Тулҡынланып башаҡтар өлгөрөп, игенсегә уларҙы йыйып алыр мәл дә етте. Хәҙер инде баҫыуҙарҙы комбайндар гиҙә.

Күңелдә моң, шиғри юлдар ярала
08 августа 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәй. Бөтә тирә-яҡта иҫ киткес хозурлыҡ! Сәскәнән-сәскәгә ҡунып, нәҙекәй бил бал ҡорттары бал йыя, сихри моңға күмеп, ҡоштар һайрай, ҡайнар ҡояш беҙҙе тәбиғәт ҡосағына, йылға буйҙарына саҡыра. Йәшәү дәрте арта, күңелдә моң, шиғри юлдар ярала.
"Мағаш тауышы” ла сағыуыраҡ яңғырай, яңы исемдәр менән тулылана. Районда ғына түгел, республикала киң билдәлелек алған Вилдан Шәрипов, Рәмил Ғимрани, Фәриҙә Бохарова, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Сайма Игелекова, Фәрғәт Ғәлиндар менән бергә шиғриәткә етди ҡараған Миңтимер Кәримов, Фәйез Садиҡов, Миңнура Шириязданова, Минзилә Рәхимова, Флүрә Хәлилова, Әлфиә Исҡужина, Хәсән Ҡотов, Илнур һәм Илфат Ғәлиндар йәнәш ижад итә, Миңнур Хажиев, Айгөл Кәлимуллина, Наил Мөхәмәтйәновтар ҡәләмдәрен һынап ҡарай. Матур йәй уңыштар алып килһен, ҡәләмдәштәр!
Рәмзиә МОНАСИПОВА,
"Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Сит ил гражданын законһыҙ иҫәпкә баҫтырған өсөн
08 августа 2016 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури районы прокуратураһы инициативаһы менән сит ил граждандарын ялған иҫәпкә баҫтырған өсөн енәйәт эше асылды.

“Урал мираҫы” тәьҫораттары
08 августа 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғафури йәштәре берлеге 8-10 июлдә хозур, ҡунаҡсыл Нуриман районында ойошторолған "Урал мираҫы” этнофорумында ҡатнашып, күп нәмәгә өйрәнеп, яңы дуҫтар табып, күңел асып ҡайтты. Форумда бер кем дә, бер минут та күңелһеҙ, эс бошороп ултырманы, сөнки ҡатнашыусылар өсөн концерт, фәһемле лекциялар менән треннингтар, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр һәм мастер-кластар, төрлө уйындар, ритайм ойошторолдо, Айсыуаҡ Йомағоловтың "Етегән” фильмы күрһәтелде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3