Самауыр һыры биҙәк
09 августа 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡала фатирында йәшәһә лә, аш бүлмәһендә үрҙә самауыры тора Сәрүәрҙең. Тамырҙарың ауылға тоташһа, бала саҡтарың шунда үтһә, өләсәйҙәреңде самими балаларса ысын һөйөү менән яратһаң, шундай бер ҡомартҡы булырға тейештер өйҙә.

Рәжәп ағай иҫтәлектәре
09 августа 2016 йыл | Хаттар

Ошо көндәрҙә барлыҡ ғүмерен яратҡан эшенә - игенсе һөнәренә арнаған, оҙаҡ йылдар һуҙымында "Ленинизм” колхозының алдынғы механизаторы булып, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Даны һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән Рәжәп Ғөбәйҙулла улы Ғәлиәхмәтовтың фани донъяларҙан баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл тула. Ошо уңайҙан Рәжәп ағайҙың үҙенең тормошо, хеҙмәт юлы, бергә эшләгән иптәштәре хаҡындағы яҙмаларынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Шәхси хужалыҡҡа ярҙам кәрәк
09 августа 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

1 июлдән 15 авгусҡа
тиклем арауыҡта Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелә. Иҫәп алыуҙың иҡтисади яҡтан ғына түгел, сәйәси, социаль яҡтан да әһәмиәте ҙур. Беренсенән, ул ауыл хужалығының артта ҡалыуының сәбәптәрен, икенсенән, ауыл халҡының нисек йәшәүен, ниндәй шөғөл иҫәбенә көн күреүен һәм башҡа сәбәптәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк.

Ҡояшлы ҡаласыҡта
09 августа 2016 йыл | Мәғариф

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан "Ҡояшлы” лагерында ял итеүсе балалар беҙ килгәндә шау-гөр килеп КВН-ға әҙерләнеп, һәр отряд иң иҫтәлекле 1 көнө тураһында кино монтажлай ине. Лагерь тормошо менән смена начальнигы Елена Михайловна Котова һәм Ҡояшлы ҡаласыҡ мэры Мария Кливид таныштырҙы.

Уҡлыҡая йыйҙы уҡсыларҙы
09 августа 2016 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Уҡлыҡая йыйҙы уҡсыларҙыГәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 15-16 июлдә Имәндәш ауылы эргәһендә, йәмле Еҙем буйындағы  мәғрур Уҡлыҡая ҡаршыһында "Мәргән уҡсы” беренсе  республика фестивале  үтте. Исеме ошолай аталһа ла, был фестивалде халыҡ-ара тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2