Ауылыма ҡайтып әйләнгәнемдә…
18 августа 2016 йыл | Хаттар

Ауылға ҡайтып әйләнеү, ситтә йәшәгәндәр әйтеүенсә, үҙе бер байрам. Олоғайғандар өсөн бигерәк тә.
Быйыл йәмле май айы көндәренең береһендә беҙ туғаным Муса менән Ҡотлоғужаға ҡайтып төштөк. Маҡсатыбыҙ – ҡәберлектә кисектергеһеҙ эштәрҙе атҡарыу һәм башҡалар ине.

Хәлиҙә хәбәрҙәре
18 августа 2016 йыл | Хаттар

* Уңыш йыйыу бара, һәр эшкә лә эшселәр тәғәйенләнгән.
* Хужалыҡ тауарҙары магазины булмағас, халыҡҡа бик ауыр – плитка, буяуҙар өсөн дә Бурлы ауылы, район үҙәге магазиндарына юл тоталар.

Изге күңелле, яҡты йөҙлө Миңзилә апай
18 августа 2016 йыл | Хаттар

Мин күршем, изге күңелле, кешелекле Миңзилә апай Садиҡова хаҡында һөйләмәксемен.

Үҫкән ерҙән төшкән ер, тиҙәр…
18 августа 2016 йыл | Йәмғиәт

Үҫкән ерҙән төшкән ер, тиҙәр…Ғүмерен һөнәрҙәрҙең иң кешелеклеһенә арнаған, 40 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән Менәүәрә Әхмәт ҡыҙы Шаймарҙанова ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләй. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Ҡолош ауылында 1936 йылда тыуған.
 
Мәктәпте тамамлағас, Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып, баш ҡалала бер нисә йыл бала табыу йортонда эшләй. Шул йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше, уҡытыусы һөнәренә уҡып йөрөгән Бурлы ауылы егете Рәшит Шаймарҙанов менән таныша. 1957 йылда йәш ғаилә Бурлыға ҡайтып төпләнә. Менәүәрә Әхмәт ҡыҙы 13 йыл буйы ауылдаштары һаулығы һағында тора.

Һаҡ булығыҙ – Себер түләмәһе
18 августа 2016 йыл | Кәңәштәр, Йәмғиәт

Белеүегеҙсә, Ямал-Ненец автономлы округының Ясаль районында Себер түләмәһенең таралыуы был төбәктә йәшәүселәр араһында паника тыуҙырҙы. Был сирҙән 2349 болан үлгән, инфекция кешеләргә лә зыян килтергән – 23 кешелә Себер түләмәһе диагнозы дөрөҫләнгән, 12 йәшлек үҫмер вафат булған. Әлеге ваҡытта был территорияла ғәҙәттән тыш хәл индерелде, карантин иғлан ителде, МЧС хеҙмәткәрҙәре юлдарға дезбарьерҙар урынлаштырҙы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2