Ете ҡатындың йәшенле йәйе
22 августа 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Ете ҡатындың йәшенле йәйе"Ул йылды ла йәшенле ямғыр шулай ҡара болот аралаш ҡыҙыл ут булып килеп сыҡты. Сөгөлдөр эшләп йөрөгән ҡатындар: "Шул мөйөштән сыҡҡан (төньяҡ-көнбайыш) ҡурҡыныс ҡара болот тиктәҫкә түгел, әйҙәгеҙ, имен саҡта ҡыуышҡа кереп ҡалайыҡ!" - тип, тиҙ генә был йәшенле ямғырҙан йәшенеү яғын ҡаранылар..." Ни эшләптер әсәйемдең иҫенә ҡапыл 45 йыл элек булған был фажиғәле ваҡиға төштө. Күҙҙәре йәшләнеп китте. Әҙерәк тынысланғас, әсәйем ул көндәрҙең хәтер ебен тағата башланы.
 
1971 йылдың июнь айы. Сөгөлдөр утау мәле.  Ирек улыбыҙға бер генә йәш. Ул ауырып торғас, ике көн эшкә һуңлап сығырға тура килде. Колхоздың сөгөлдөр баҫыуҙары ауылдан Юлыҡ Арҡаһында бит инде.  Һабай ауылы ҡатындары сөгөлдөрҙө ике звеноға бүленеп эшләйбеҙ. Үрге яҡтар – беҙҙең урам ҡатындары, уларҙың звено етәксеһе Нәғимә апай Басирова, түбән яҡтың етәксеһе Гөлфара Басирова ине. "Һуңлап сыҡтың, Сәғиҙә, һине үҙебеҙгә ала алмайбыҙ. Сөгөлдөрҙө апаруҡ утап та өлгөрҙөк инде.

“Юғалған йәшлегем”
22 августа 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Юғалған йәшлегем”…Һуғыш бөткәнгә лә күп йылдар үткән. Ә Фәүзиә, бына-бына ҡайтып төшөр тип, хәбәрһеҙ юғалған ире Минзаһитты көтә лә көтә. Инде улдары Флүр ҙә үҫеп етеп, һөйгәне Ҡәнзиәгә өйләнде.

Ниһайәт, Фәүзиә ирен көтөп ала. Минзаһит… сирек быуаттан ҡайтып төшә. Тик бер үҙе генә түгел. Һәм бер кемде лә иҫләмәй. Фәүзиә ни эшләр? Ире берәй ҡасан уны иҫенә төшөрөрмө?

Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы
22 августа 2016 йыл | Хаттар

Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына – 135 йыл.

Бала саҡҡа ҡайтыу
22 августа 2016 йыл | Хаттар

Эй бала саҡ, татлы һағыш булып,
Бер мәл генә килеп китһәңсе.
Күңел һандығының серле сазын
Сиртеп хәтерләтеп үтһәңсе…

Ҡәҙерле әсәйем Вазифа Ғүмәр ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арнайым.

Бөтә Рәсәй Судьялар съезы үтә
22 августа 2016 йыл | Хоҡуҡ

"Суд органдары берекмәләре тураһында” Федераль  закондың 6-сы статьяһы талаптарына, Рәсәй Федерацияһы Судьялар советы ҡарарына ярашлы, 2016 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһы IХ Бөтә Рәсәй Судьялар съезын үткәреү планлаштырыла. Ул дүрт йылға бер тапҡыр уҙа.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3