Үҙ һөнәренең оҫтаһы
31 августа 2016 йыл | Яңылыҡтар, Ауыл хужалығы

Дүртөйлө районында ветеринария хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе булып үтте. Унда республиканың 57 ветеринария учреждениеларынан конкурсанттар ҡатнашты.
Был бәйгелә беҙҙең район Ветеринария станцияһы дәүләт бюджет учреждениеһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов уңышлы сығыш яһап, "Иң яҡшы етәксе” номинацияһына лайыҡ булды. Ул БР Ауыл хужалығы министрлығының, Ветеринария идаралығының Дипломы һәм миҙалы менән бүләкләнде.

Мөһим ваҡиғаға арналды
31 августа 2016 йыл | Яңылыҡтар, Хаттар

Сәйетбаба ауылында БАССР төҙөлөүҙең 100 йыллығын ҡаршылауға арналған йыйын булып үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, профессор Әмир Ишемғолов, академик Ғиниәт Ҡунафин, яҙыусы Лира Яҡшыбаева, "Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

“Муниципаль мәғариф системаһы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәре”
31 августа 2016 йыл | Мәғариф

Район мәғариф бүлеге начальнигы З.Р.Әхтәмованың доклады (ҡыҫҡартып бирелә)