Һаҡ булығыҙ – Себер түләмәһе
18 августа 2016 йыл | Кәңәштәр, Йәмғиәт

Белеүегеҙсә, Ямал-Ненец автономлы округының Ясаль районында Себер түләмәһенең таралыуы был төбәктә йәшәүселәр араһында паника тыуҙырҙы. Был сирҙән 2349 болан үлгән, инфекция кешеләргә лә зыян килтергән – 23 кешелә Себер түләмәһе диагнозы дөрөҫләнгән, 12 йәшлек үҫмер вафат булған. Әлеге ваҡытта был территорияла ғәҙәттән тыш хәл индерелде, карантин иғлан ителде, МЧС хеҙмәткәрҙәре юлдарға дезбарьерҙар урынлаштырҙы.

Һыу буйына юл асылды
18 августа 2016 йыл | Хоҡуҡ

Район прокуратураһы тарафынан һыу ҡануниәтенең үтәлешен тикшереү барышында бер шәхси эшҡыуарҙың Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған Юрмаш ауылы янында Еҙем йылғаһы яры биләмәһен рөхсәтһеҙ кәртәләп алып, шлагбаум урынлаштырыуы билдәле булды. Һыу объектына үтергә теләгән граждандар аҡса түләргә мәжбүр булған.

Уҡыу йылына әҙерҙәр
18 августа 2016 йыл | Мәғариф

Уҡыу йылына әҙерҙәрОҙаҡламай мәктәптәр тағы ла балаларҙың шат тауыштары менән туласаҡ. Шуға ла, каникул, отпуск ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, белем усаҡтарында беренсе сентябргә әҙерлек эштәре ҡыҙыу бара. Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директоры Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов та йәйге ял мәлендә һәр саҡ эш урынында.

Йәрәбә һөҙөмтәһе
18 августа 2016 йыл | Йәмғиәт

Ғафури районы буйынса территориаль һайлау комиссияһы сәйәси партиялар һәм 8-се бер мандатлы Стәрлетамаҡ һайлау округы буйынса РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар өсөн бушлай (түләүһеҙ) баҫма майҙан билдәләү буйынса йәрәбә уҙғарҙы.
Йәрәбә һөҙөмтәләренә ярашлы, агитация материалдары "Табын” район гәзитендә түбәндәге тәртиптә баҫыласаҡ:

Башҡортостан спортсылары алтын миҙал яуланы
18 августа 2016 йыл | Спорт

Башҡортостан спортсылары алтын миҙал яуланыБразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһында йәйге Олимпиада уйындары дауам итә. 16 авгусҡа ҡарата Рәсәй спортсылары 11 алтын, 12-шәр көмөш һәм бронза миҙал яулап, рәсми булмаған миҙал иҫәбе (35) буйынса 4-се баҫҡысҡа күтәрелде. Юғарыла АҠШ (75), Бөйөк Британия (41), Ҡытай (46) командалары урынлашҡан.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18