Мәсетебеҙгә - 5 йыл
29 сентября 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Яңғыҙҡайында элек 3 мәхәлләлә 3 мәсет бар ине. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында өсөнсөһөнөң дә манараһын ауҙарҙылар ҙа, береһен – клуб, икәүһен башланғыс мәктәп иттеләр.
Ул йылдарҙан күп йылдар үтте. Ауыл халҡы, ҡарт-ҡоро изге мосолман байрамдарын түрәләрҙән ҡасып, йә йәшерен өйҙәрҙә, йә яҡын урманға барып үткәрә, намаҙҙарҙы хатта зыяратҡа барып уҡый ине.
Халыҡҡа дин тоторға юл ҡуйылғас, ауылда мәсетте бүрәнәнән һалырға иткәйнеләр. Өфөлә бер төҙөлөш ойошмаһын етәкләгән ауылдашыбыҙ Рәшит Ишбулды улы Баһауетдинов ҙур бүләк яһаны – кирбестән бына тигән мәсет һалдырҙы. Был мәсеттең төҙөлөп бөтөп эшләй башлауына биш йыл да булып китте.

Тәбиғәтебеҙҙе ситтәр һаҡламаҫ
29 сентября 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәһәм дә хаҡлы ялға сыҡҡандан бирле тыуған ауылым Имәндәштә йыш булам, йәйҙәрҙе шунда үткәрәм. Шуға ла ауылдаштарымды борсоған мәсьәләләр, проблемаларҙы үҙемдекеләй ҡабул итәм.

муниципаль район Советына һайлау һөҙөмтәләре
29 сентября 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Муниципаль район Советының дүртенсе саҡырылыш депутаттарын һайлау һөҙөмтәләре билдәле булды.
Йәйә эсендәге  һандар -  һәр округта тауыш биреү аҙағына исемлеккә индерелгән һайлаусылар һаны; беренсе бағаналағы һандар - һәр кандидат өсөн бирелгән тауыштар һаны, икенсеһе - тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар һанына ҡарата проценттарҙа:

Ваҡытында түлә!
29 сентября 2016 йыл | Хоҡуҡ, Хаттар

Ағымдағы йылдың 20-28 сентябрендә район биләмәһендә "Бурыслы!” профилактик операцияһы үтә.
Уның барышында район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре түләнмәгән штрафтарҙы тикшерә һәм уларҙың барлығы асыҡланһа, РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһы 1-се бүлегенә ярашлы, административ материал тултырыла.

Сәхнә - минең яҙмышым…
29 сентября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Балдай татлы, шатлыҡлы көндәрҙән генә тормай ғүмер юлы. Юғалтыуҙарҙан, әрнеү-һағыштарҙан да азат түгел әҙәм балаһы. Шулай ҙа яҙмышының әсе һынауҙарына бирешмәй, киләсәгенә, үҙ бәхет утрауына табан юл ярған, көслө ихтыярлы замандаштарыбыҙ һоҡланыу хисе уята.
40 йыл ғүмерен яратҡан һөнәренә - режиссерлыҡ эшенә, сәхнә сәнғәтенә бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Исҡужинаны районыбыҙҙа белмәгән кеше һирәктер. Маҡтаулы хеҙмәт юлы үткән, үҙ көсө, тырышлығы менән ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын
билдәләй.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21