Һандуғаслы йорт хужабикәһе
03 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа ҡулдан эшләнгән әйберҙәр көндән-көн киң билдәлелек яулай бара. Сөнки күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын биреп башҡарылған ҡул эштәренең һәр береһе уникаль һәм үҙенсәлекле.
Арабыҙҙа матурлыҡҡа, ижадҡа ынтылыусы ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Заһира Ғайсарова Яугилде ауылында йәшәй. Күптән түгел ауыл эргәһенән аҡҡан йылға буйындағы аҡ балсыҡтан төрлө һындар эшләй башлаған ул.

Беҙ бәхетле, әти, һин булғанға!
03 сентября 2016 йыл | Хаттар

Беҙҙең бала саҡтың көндәлек бер күренеше бөгөнгөләй иҫтә ҡалған: көслө, сибәр әтиебеҙ өй тирәһендәге эштәр менән булашып йөрөй, ә мөләйем, уңған әниебеҙ тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләп тора…
Көндәр, йылдар үтте, беҙ ҙә үҫеп еттек. Бөгөн инде үҙебеҙ ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереп йәшәп ятабыҙ.
Атай-әсәйҙе һайлап алмайҙар, тиҙәр. Ә беҙ һайлап алған кеүек! Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ - әтиебеҙ Әнүәр Сибәғәт улы һәм Әсмә Әхмәт ҡыҙы Кәлимуллиндар – бына инде 44 йыл бергә татыу йәшәп, беҙҙе - өс ҡыҙҙарын үҫтереп, бөгөнгө көндә 5 ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеп йәшәйҙәр.

Балаларын онотҡандарҙы юллап…
03 сентября 2016 йыл | ---

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР бу-йынса идаралығы бойороғона ярашлы, яңы уҡыу йылы алдынан балаларына алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән атай-әсәйҙәрҙән тейешле аҡсаны юллап алыу маҡсатында район суд приставтары рейдтар уҙғара. Күптән түгел суд приставы-башҡарыусы Флүзә Зөлҡәрнәйева, суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеү буйынса суд приставы Радик Бохармәтов менән берлектәге ошондай махсус рейдтарҙың береһендә беҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Ул Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Үтәк ауыл биләмәләренә ҡараған Бурлы, Ҡормантау, Байымбәт, Үзбәк, Үтәк, Туғай ауылдарында үтте.

2017 йыл – Экология йылы
03 сентября 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың Указына ярашлы, киләһе йыл Рәсәй һәм Башҡортостанда "Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы” тип иғлан ителде. Тирә-яҡ мөхит проблемалары йылдан-йыл киҫкенләшә барған мәлдә, йылды уға арнап үткәреү бик урынлы, көнүҙәк сараларҙың береһе тип иҫәпләйем. Был Указды халыҡ яҡлаясаҡ һәм экологияға арналған йылда тәбиғәтебеҙҙең матурлығын һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашасаҡ.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде
03 сентября 2016 йыл | ---

Республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси гәзите "Башҡортостан”ды уҡый-яҙа белгәндән алып уҡып барам. Гәзитебеҙ биттәрендә Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителеүселәр тураһында һүҙ бара, ихлас һөйләшеү, фекер алышыу дауам итә. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың мөнәсәбәте белдерелә.
Тәҡдим ителеүселәр араһында беҙҙең әҙибәбеҙ -  Ғафури районы Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Гөлнур Яҡупованың исеме барлығына ҡыуанам. Уның "Ҡатындар” романын уҡып сыҡтым. Был уның проза-сәсмә әҫәре. Һоҡланырлыҡ, уйланырға мәжбүр итерлек һәйбәт әҫәр ижад иткән. Ул талантлы шағирә лә бит әле. "Йөрәк хаты” тигән китабына тупланған поэтик әҫәрҙәрен дә күңел биреп, яратып уҡыным.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2