Беренсе уҡытыусым
10 сентября 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Сираттағы яңы уҡыу йылы башланды. Ошо мәлдәрҙә тәүге уҡытыусым – Аҡташ ауылы ҡыҙы, ошондағы башланғыс мәктәптә бынан дүрт тиҫтәнән ашыу йыл элек, беҙҙе, 1966 йылғыларҙы 1-се класҡа ҡабул итеп "фәндәр тауына” алып менгән Айһылыу Сабит ҡыҙы Ғайсина–Муллагилдинаны һағынып иҫкә төшөрәм.

Мәсетле ҡыҙы Зилә
10 сентября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Тыуған ерҙән торған ер яҡын, ти халыҡ мәҡәле. Мәсетле ра-йоны ҡыҙы Зилә өсөн дә Ғафури ере күңелгә шул тиклем яҡын төбәк. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған ҡыҙ Балаҡатай районында эш башлай. 1990 йылда иһә Ғафури егете Марат Әминев менән ҡауышҡас, туйҙан һуң улар Красноусолға килеп төшә. Марат район гәзитенә, ә Зилә Үҙәк район дарыуханаһына эшкә урынлаша.

Йәрминкәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ!
10 сентября 2016 йыл | Ауыл хужалығы

Муниципаль район хаки-миәте ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡ тотоусыларға Өфө ҡалаһында  ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр итә.

“Икенсе ураҡ” яҡынлаша
10 сентября 2016 йыл | ---

Ауыл эшсәндәренә иртә яҙҙан ҡара көҙгә тик-лем һис кенә лә тынғы юҡ. Бер эште теүәлләп өлгөрмәйҙәр, икенсе мәшәҡәт өлгөрә. "Икенсе ураҡ”ҡа төшөргә, йәғни шәкәр сөгөлдөрө уңышын ҡаҙа башларға ла күп  ҡалманы. Районыбыҙ сөгөлдөрсөләре уны ниндәй әҙерлектә ҡаршылай? Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Вячеслав Малых әҙерлек торошо хаҡында һөйләй.

Һанаулы көндәр ҡалды
10 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына һәм муниципаль Советтарға депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. 18 сентябрь – Берҙәм  тауыш биреү көнө алдынан республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Х.А.Вәлиев етәкселегендә урындарҙағы һайлау комиссиялары ағзалары менән семинар-кәңәшмәләр уҙғара.