Ғалим тураһында яҡшы беләһеңме?
12 сентября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Тиҙҙән районыбыҙҙа мөһим ваҡиға – күренекле ғалим һәм талантлы әҙип Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл тулыу көнө билдәләнәсәк, данлыҡлы шәхесебеҙҙең тыуған төйәгендә тантаналы саралар үткәреләсәк.
Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы ғалим һәм әҙиптең тормош юлы, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге буйынса «Жәлил Кейекбаев тураһында яҡшы беләһеңме?» исемле викторина тәҡдим итә.
Һорауҙарға дөрөҫ һәм тулы яуаптар биргән тәүге өс кешегә юбилей тантанаһында дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Яуаптарҙы 1 октябргә тиклем редакцияға йәки ishmurzina.rimma@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Рәшит САБИТ: Хеҙмәтем һәм ғүмерем менән дә мин өлгө булһам ине йәштәргә!
12 сентября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы Рәшит Сабитов һуңғы йылдарҙа тыуған ауылы Яңғыҙҡайында үҙе төҙөп ингән Ижад йортонда йәшәп ижад итә. Әҙип ауылдың ижтимағи тормошонан да ситтә ҡалмай, төрлө сараларҙа ҡатнашып тора.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.