Изге байрам күркәм булды
14 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Мосолмандарҙың иң изге, иң сауаплы байрамдарының береһе булған Ҡорбан ғәйете районыбыҙҙа киң билдәләнде, һәр ауылда уны ҙурлап үткәрҙеләр.

Шәкерттәргә ярҙам итәйек
14 сентября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, Өфөләге "Ғәлиә” һәм Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәләрҙә дин нигеҙҙәрен өйрәнеүсе шәкерттәр араһында беҙҙең дә яҡташтар байтаҡ. Ауылдарҙағы мәсеттәр ошо шәкерттәргә ярҙам итеү маҡсатында ғөшөр саҙаҡаһы рәүешендә халыҡтан йәшелсә (бәрәңге, кәбеҫтә, кишер һ.б.-лар) йыйыу ойоштора.

Ауыл үҫә, хәстәрлектәр арта
14 сентября 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Красноусол ауылы йылдан-йыл үҫеп, өр-яңы биҫтәләр, урамдар барлыҡҡа килә, һәр тарафта ҡыҙыу төҙөлөш эштәре бара. Бына әле, өҫтән ямғыр яуып торғанда ла Красноусолдың төрлө төбәгендә юлдар төҙөлә, күп фатирлы йорттарҙың тирә-яғы төҙөкләндерелә, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр бара. Сираттағы әңгәмәбеҙҙә Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Зөфәр ҡыҙы Мөхәмәҙиеванан юғарыла һанап үтелгән эштәр хаҡында ентекләберәк һөйләп биреүен һораныҡ.