Яугирҙарға мәңгелек дан йырланды
15 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Уҙған шәмбелә Красноусолда локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә алыуға арналған тантаналы митинг үтте. Бынан 5 йыл элек тыуған илен һаҡлап башын һалған Ғафури яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янындағы Хәтер аллеяһында районыбыҙҙың хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Афған, Чечен һуғышы ветерандары, мәктәп уҡыусылары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Ауырғазы, Архангел райондарынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы ул
15 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Йылдың-йылы ерҙең йәшел япмаһы булған урмандар алтынһыу төҫкә мансылғанда уларҙы тәрбиәләп-үҫтереүсе һәм һаҡлаусы тармаҡ эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Һуңғы йылдарҙа ҡулайлаштырыу елдәре менән урман хужалығы тармағы ла ҙур үҙгәрештәргә дусар булды. Улар Ғафури урмансылары эшмәкәрлегендә лә сағылды. Атап әйткәндә, "Ишембайлес” Дәүләт унитар предприятиеһы бөтөрөлөп, уның бөтә милке һәм техникаһы, ул башҡарған хеҙмәттәр "Ғафури урман хужалығы” дәүләт автоном учреждениеһына ҡушылды. "Ғафури урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһы (етәксеһе Ә.Ә.Сәйфуллин) контроль, күҙәтеү һәм һаҡлау эшмәкәрлеге алып барыла һәм был коллективта биш эшсе иҫәпләнеп, улар нигеҙҙә урманды һаҡлау йәһәтенән ҙур эш башҡаралар. Ә инде "Ғафури урман хужалығы”на  урмандарҙы тәрбиәләү, йәшәртеү һәм етештереү эшмәкәрлеге йөкмәтелгән. Байрам уңайынан тап ошо учреждение директоры П.Э.Поляков менән осрашып, коллективтың эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Йөҙйәшәрҙәр: “Бер ҡулым ат, икенсеһе сыбыртҡы булды”
15 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Әҙәм балаһы тормош юлында нимәләр генә кисермәй ҙә, ниндәй генә хәлдәргә тарымай. Үкемдәр, көслөләр һәм сабырҙар ғына осраған ауырлыҡтарҙы үткәрә белеп, яҡшыға өмөт итеп йәшәй. Бик күп йылдарҙан һуң, үткәндәрен күҙ йәштәренә мансып иҫкә алһа ла, әсе яҙмышына үпкәләмәйенсә, тәҡдиремә шулай яҙылған булғандыр, тип ҡуя улар, ғәҙәттә. Бөгөнгөһөнә ҡәнәғәт булып, тормоштан йәм һәм тәм табып йәшәйҙәр. Ошо көндәрҙә үҙенең 100 йәшен билдәләгән Ғәлиә әбей Шәрипова бына ошондай кешеләрҙең береһе.