өйөнсө: хаҡ артманы!
21 сентября 2016 йыл | Матбуғат

15 сентябрҙән һуң гәзиттәргә хаҡтар тағы ла артып, 900 һумдан уҙып китер, подписка кампанияһын нисек кенә йырып сығырбыҙ инде, тип борсолоп йөрөгәндә Өфөнән гәзитебеҙгә яңы хаҡтар тураһында хәбәр еткерҙеләр. Башта үҙебеҙ ҙә ышанмай торҙоҡ, хатта. Кире шылтыратып, асыҡлағас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы: хаҡтарҙы бер аҙға кәметкәндәр. Өҫтәүенә, тотош йыллыҡ подписка ойошторола һәм уның хаҡы ярты йылғыныҡынан осһоҙораҡҡа төшә.

Тотороҡлолоҡ һәм берҙәмлек өсөн
21 сентября 2016 йыл | Сәйәсәт, Йәмғиәт

18 сентябрь – Берҙәм һайлау көнөндә Красноусолда иртә менән ямғыр һибәләй башланы. Әммә һайлаусыларға ямғыр ҡамасау булманы, һәр кем тотороҡлолоҡ һәм берҙәмлек өсөн үҙ тауышын биреү маҡсатында һайлау участкаһына ашыҡты.

Мөнәжәтселәр уңышы
21 сентября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

9 сентябрҙә Сибай ҡалаһында республика мөнәжәтселәр фестивале үтте. Был сарала Сәйетбаба ағинәйҙәренән торған "Иман” төркөмө ҡатнашып, 2-се урын яулап ҡайтты.

Сәсәндәр бәйгеһе үтте
21 сентября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Мәғариф

20 сентябрҙә Красноусолда Вәлиулла Ҡоломбәтовтың 135 йыллыҡ юбилейына арналған район сәсәндәр бәйгеһе үтте. Унда бөтәһе 8 мәктәптән 18 уҡыусы ҡатнашты.