Моңһоу уйланыуҙар…
22 сентября 2016 йыл | Хаттар

Минең уйҙарым Сәйетбаба ауылы ир-егете, оҙаҡ йылдар зоотехник вазифаһында "Йондоҙ” колхозында эшләп, әлеге ваҡытта фани донъянан киткән Нияз Мансур улы Мәүлетҡолов тураһында ине.
Ул 1961 йылда 10 класты тамамлағас, ошо колхозда радиоузелда эшләп йөрөнө. Шунан армияла 3 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, комсорг итеп һайланылар. 1967-1972 йылдарҙа Ауыл хужалығы институтының зоотехниктар әҙерләү факультетын тамамлап, тыуған колхозына эшкә ҡайта.

Уңғандар йәшәтә ауылды
22 сентября 2016 йыл | Хаттар

Һәр бер ауылдың үҙ егәрлеләре була. Шундайҙарҙың береһе – Юрмаш ауылында йәшәүсе Ленира менән Динар Үтәгәновтар ғаиләһе.

Бүләккә - уҡыу кәрәк-яраҡтары
22 сентября 2016 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығының Ғафури районы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре, йолаға ярашлы, яңы уҡыу йылы алдынан Табындағы балалар приютында булды.
Яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйылған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары бүләк итеп, уларҙы һөйөндөрҙө.
Индира ИШКИНА.

Өйөрөлһөн, әйҙә, һары япраҡ
22 сентября 2016 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

Төрлө нағыштарҙан биҙәк яһап, тирә-йүнде алтынға мансып еребеҙҙә көҙ тантана итә. Тап бына ошо миҙгелдә, алтын нурға сумып сентябрҙең бер көнө тыуғанда, бынан теп-теүәл 50 йыл элек Юлыҡ ауылында, Рауза һәм Айҙар Әлибаевтар ғаиләһендә, апаһы Зөһрәгә иш булып бер ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Индира тип исем ҡушалар. Кешенең булмышы тыумыштан ниндәй сифаттар, һәләттәр һалыныуына бәйлелер. Индира Айҙар ҡыҙы ла матур хистәр солғанышында, бәләкәстән ата-әсәһенең эшкә маһирлығын, бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәтен, тормош һөйөүсәнлеген күреп үҫә. Яман ғәҙәттәрҙән һаҡлап, яҡшы белем биреп, киләсәккә ышаныс менән тәрбиәләй ҡыҙҙарын ата-әсәһе.

Тыуған ергә ерегеп, ил эшенә егелеп…
22 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Алтын көҙҙөң тәүге айы – сентябрь башында әүҙем йәмәғәтсе, Сәйетбаба ауыл ветерандар советы рәйесе, олпат ил ағаһы Зәкир Вәлиулла улы Ишмырҙин күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләне.
Ишле ғаиләлә уртансыһы булған Зәкир ағай бала саҡтан бик шуҡ, бар нәмә менән дә ҡыҙыҡһыныусан була. Тыуған ауылында 9 класты тамамлағас, Стәрлетамаҡта төҙөүсе һөнәрен үҙләштерә. Бында уҡыу йылдарында спортҡа, сәнғәткә ылыға – саңғы, бокс менән шөғөлләнә, йыр, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Студент сағында уҡ өҙҙөрөп гармунда уйнаған, моңло итеп йырлаған Зәкир ағай төрлө бәйге, фестивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат исемдәре яулай.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2