“Табын”ға яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!
24 сентября 2016 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2017 йылдың беренсе яртыһына гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡтары хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
"Табын” гәзитенә 6 айға яҙылыу хаҡы 761 һум 16 тин. Пенсионерҙар өсөн 690 һум 6 тин. Тотош бер йыллыҡҡа яҙылыусылар өсөн 15 процент ташлама яһалып, хаҡ 1380 һум 07 тин тип билдәләнде. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн ташлама ҡаралған: улар 6 айға 632 һум 58 тингә, ә тотош бер йылға 1265 һум 21 тингә яҙыла ала.
Красноусолда йәшәүселәр редакцияның реклама бүлегендә  "Табын”ға яҙыла ала (альтернатив яҙылыу). Был осраҡта гәзитте һеҙгә Ғафури мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре таратасаҡ һәм 6 айға гәзит өсөн ни бары 612 һум түләргә кәрәк буласаҡ.

Баҫыу эштәре көндәлеге
24 сентября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Ауыл хужалығы

Ямғырҙар туҡтамай яуып тороуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре һәр аяҙ сәғәтте етештереүсәнле файҙаланып ҡалырға тырыша.
Баҫыуҙарҙа ужым культуралары сәсеү дауам итә, әлеге көнгә барлығы 3500 гектарҙан ашыу сәселгән. Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙың 95 проценты туңға һөрөлгән.