Көн һайын 30 - 40 машина оҙаталар
25 сентября 2016 йыл | Ауыл хужалығы

"Восход-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙаны арттырылып, 770 гектарға еткән. Был тотош район буйынса дөйөм майҙандың 27 процентын тәшкил итә.
Бөгөн сөгөлдөр яланында ҡыҙыу эш бара. Хужалыҡта өр-яңы ике "Агрифак” сөгөлдөр комбайны. Унда Алексей Михайлов, Руслан Ильясов, Николай Шабалин һәм Николай Лубин алмашлап эшләйҙәр. Сөгөлдөр баҫыуында эш тәүлек әйләнәһенә туҡталмай.
Мансаф Зәйнетдинов комбайндар ҡаҙып сығарған тамырҙарҙы өйөмдәргә ташып, өлгөрөп тора. Тейәгестәрҙә Сергей Михайлов менән Данис Рәхмәтуллин өҙлөкһөҙ эшләп, әҙер тамырҙарҙы тағылмалы "КамАЗ”дарға тейәп Мәләүез шәкәр заводына оҙаталар. 130 гектарҙың уңышы ҡаҙып алынған да инде.