Киномеханик булып 40 йыл
26 сентября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Бурлы ауылында ғүмер буйы киномеханик булып эшләгән Рифҡәт Ғәлиулла улы Сафин бала саҡтан төрлө һөнәр менән мауығып үҫә. Бурлы мәктәбендә уҡыған сағында уҡ алдынғылар рәтендә була. Мәктәпте тамамлап, армияға барғансы колхозда төрлө эштә эшләй. 16 йәше тулғас, киномеханик һөнәренә уҡырға теләүе тураһында район киноселтәре директорына ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Халҡың һине һөйөп ҙурланы
26 сентября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Сәхнә шаршауҙары асылғанда
Ергә яуа йондоҙ сыңдары.
Ай юлынан башланғандыр кеүек
Флүрә апайҙың нурлы таңдары.
Ғафури халыҡ театрының иң сағыу артисткаһы, сәхнә ветераны, абруйлы райондашыбыҙ Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы Садиҡованың 80 йәшлек юбилей кисәһе театр миҙгелен асыу тантанаһын башлап ебәрҙе. Мәҙәни сараларға һыуһаған, сәнғәт һөйгән Красноусол халҡы дәррәү йыйылды был тамашаға. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен сәхнәгә бағышлаған, тиҫтәләгән образдар тыуҙырған Флүрә апайҙы ҡотларға балалары, туғандары, элекке хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары килгәйне.

Шатлыҡ йорто булһын баҡсабыҙ
26 сентября 2016 йыл | Мәғариф

Кескәйҙәрҙең икенсе йорто булған балалар баҡсаһына балаларҙың ҙур теләк менән йөрөүендә тәрбиәселәрҙең роле ифрат ҙур. Беҙҙең Бурлы балалар баҡсаһының Байымбәт, Ҡормантау, Березовка, Яугилде ауылдары филиалдарында ла үҙ һөнәрен яратҡан тәрбиәселәр эшләй.
Ҙур, татыу коллективта ижади эшләгән, яңылыҡҡа ынтылыусы 5 тәрбиәсе, 5 тәрбиәсе ярҙамсыһы ҡул аҫтында барлығы 101 бала тәрбиәләнә.

Тәрбиәсенән уңдыҡ
26 сентября 2016 йыл | Мәғариф

Минең ейәнсәрем менән ейәнем Красноусолдағы "Миләшкәй” балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Шуның өсөн унда уҙғарылған сараларҙа йыш булам.
Ауылдан килгән сабыйҙарҙы коллективта ихлас ҡабул иттеләр. Ильяс ейәнем рус төркөмөнә тура килде, ә Яҙгөлөбөҙ башҡорт төркөмөнә йөрөй башланы. Милли төркөм булғанға, айырыуса шатландыҡ. Һәр бала үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеп үҫергә тейеш, тип уйлайбыҙ. Тәрбиәселәре Альфира Булат ҡыҙы Бәширова ейәнсәремде үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ҡунаҡҡа ҡайтҡанда рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә, башҡорт бейеүҙәрен бейей.

Хәрби-патриотик тәрбиә мәсьәләһендә саралар күрелде
26 сентября 2016 йыл | Хоҡуҡ