Йәрминкәгә саҡырабыҙ
28 сентября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Муниципаль район хакимиәте 1 октябрҙә Красноусол ауылы халҡын һәм район үҙәге ҡунаҡтарын Олоғайған кешеләр көнөнә арнап ойошторолған байрам йәрминкәһенә саҡыра.

“Сәләмәтлек көнө” берҙәм үтте
28 сентября 2016 йыл | ---

Үткән шәмбелә БР Мәғариф министрлығы бойороғона ярашлы республиканың бар мәктәптәрендә үткәрелгән "Сәләмәтлек көнө” Родина мәктәбендә лә юғары ойошҡанлыҡ менән уҙҙы.

ГТО фестивале старт ала
28 сентября 2016 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Илебеҙҙә алып барылған дәүләт сәйәсәтенә ярашлы, 2020 йылға спорт һәм физик культура менән системалы шөғөлләнеүсе халыҡтың һаны 40 процентҡа, ә уҡыусылар араһында 80 процентҡа етергә тейеш.
Ошо бурысты хәл итеү өсөн 2014 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй Президенты Указы менән илдә ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ғәмәлгә индерелде. Уның программаһы халыҡтың төрлө йәш төркөмдәрен (6 йәштән 70 йәшкә тиклем һәм унан өлкәнерәктәр), шулай уҡ физкультура-спорт сараларында ҡатнашыусыларҙы билдәләнгән нормативтарҙы үтәүгә әҙерләүҙе һәм тапшыртыуҙы күҙ уңында тота.