Һыу бит йәшәү сығанағы
29 сентября 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Сәйетбаба ауылында 2005 йылда яңынан һыу үткәргестәр ҡуя башлап, 2007 йылда һыу бирҙеләр, яңы урамдарға ла һыу килде. Урам буйҙарына яңы колонкалар ҡуйҙылар. Ауыл халҡы "һыуыбыҙ булды” тип шатланды. Күптәребеҙ өйҙәргә һыу үткәреп, кер йыуыу машиналары, һыу йылытҡыстар ҡуйып рәхәтләнеп файҙаланабыҙ.

Ата-әсә наҙын тойоп үҫһен һәр бала
29 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

Бер нисә йыл рәттән уҙғарылып килгән тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләр бәйгеһендә быйыл районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән 4 ғаилә ҡатнашты. Улар район мәҙәниәт һарайы фойеһында үҙҙәренең ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙан торған бай күргәҙмә әҙерләгәйне.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов етәкселегендәге абруйлы баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙың яҡындары йыйылған тамаша залында урын алғандан һуң, ғаиләләр сәхнә түренә саҡырылды. Бына улар – Аҡкүл ауылынан Надежда һәм Айрат Хәфизовтар ҡыҙҙары Дарина, тәрбиәгә алған Фидель, Радмир, Никита улдары, Бурлынан Гөлсәсәк һәм Самат Ситдиҡовтар Ильяс, Иҙрис улдары һәм опекаға алған Алһыу ҡыҙҙары, Үзбәк ауылынан Әлфиә һәм Дамир Халиҡовтар тәрбиәгә алған ейән-ейәнсәрҙәре Илфир, Илмира, Рөстәм, Сәйетбабанан Зөлфиә Рәхмәтуллина тәрбиәгә алған Аида һәм Азалия ҡыҙҙары менән.

Бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмаһын!
29 сентября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Урындағы үҙидара

Ғафури районы муниципаль район хакимиәте Халыҡ-ара олоғайған кешеләр көнөн байрам итеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Был ҡарарға ярашлы Олоғайған кешеләр көнөн билдәләүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү өсөн ойоштороу комитеты һәм саралар планы раҫланды.

“Икенсе ураҡ” ҡыҙыу бара
29 сентября 2016 йыл | ---

Район хужалыҡтары аяҙ көндәрҙе файҙаланып, "икенсе ураҡ”ҡа ҡыҙыу тотондо.

Йәрминкәгә саҡырабыҙ
28 сентября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Муниципаль район хакимиәте 1 октябрҙә Красноусол ауылы халҡын һәм район үҙәге ҡунаҡтарын Олоғайған кешеләр көнөнә арнап ойошторолған байрам йәрминкәһенә саҡыра.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21