Координацион советта
22 сентября 2016 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Ветерандар эше буйынса Координацион советтың сираттағы ултырышында оло кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Кәңәшмәлә район буйынса ветерандарҙы һәм яуҙа һәләк булыусыларҙың тол ҡатындарын уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы тулыһынса тиерлек хәл ителде, тип билдәләнде.

Оло быуын һынатмай
22 сентября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

16 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-Холда оло йәштәгеләрҙең "Яратам һине, тормош!” республика фестивале еңеүселәренең гала концерты булды.

Һайлаусыларға рәхмәт
22 сентября 2016 йыл | ---

Территориаль һайлау комиссияһы һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ғафури районы халҡына рәхмәт белдерҙе.

Тубыҡтан батҡаҡ кисәбеҙ
22 сентября 2016 йыл | Хаттар, Шылтырат!

Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева менән булған әңгәмәне уҡып, ауыл урамдары юлдарына таш түшәлеп, ремонт уҙғарылыуына бик һөйөндөк.
Һөйөндөк тә, үҙебеҙҙең Тау урамы юлдарын күреп сикһеҙ көйөндөк.

өйөнсө: хаҡ артманы!
21 сентября 2016 йыл | Матбуғат

15 сентябрҙән һуң гәзиттәргә хаҡтар тағы ла артып, 900 һумдан уҙып китер, подписка кампанияһын нисек кенә йырып сығырбыҙ инде, тип борсолоп йөрөгәндә Өфөнән гәзитебеҙгә яңы хаҡтар тураһында хәбәр еткерҙеләр. Башта үҙебеҙ ҙә ышанмай торҙоҡ, хатта. Кире шылтыратып, асыҡлағас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы: хаҡтарҙы бер аҙға кәметкәндәр. Өҫтәүенә, тотош йыллыҡ подписка ойошторола һәм уның хаҡы ярты йылғыныҡынан осһоҙораҡҡа төшә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21