Өсөһө лә бер һөнәрле
29 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Ауыл малайҙарының ҡайһыһы ғына бала сағында үҫкәс шофер булырға хыялланмай икән? Ысынлап та, күптәренең хыялы тормошҡа аша. Красноусолда йәшәүсе бер туған Фәнир, Фәнүр, Марсель Фәтҡуллиндар ҙа малай саҡтарында хыял итеп һайлаған был һөнәргә ғүмерҙәре буйына тоғро ҡалалар. Яҙмыш уларға автомобиль рулен тотторған, водитель һөнәрен һайлап улар бер ҙә яңылышмаған. Водитель Фәтҡуллиндар династияһының хеҙмәт стажы 28, 30 йылдан ашыу тәшкил итә.

Имен юлдар һеҙгә, автомобилселәр!
29 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Йылдың-йылы октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ”Башавтотранс” ДУП-ы филиалы Красноусол автотранспорт предприятиеһы директоры Анатолий Иванович ГРЕБНЕВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

“Тәнгә сихәт, йәнгә дауа ҡойо һыуы”
26 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Район хеҙмәт коллективтарының ижади конкурсы ошо темаға арналды
20 сентябрҙә район мәҙәниәт һарайында хеҙмәт коллективтары араһында "Таланттарҙың мең төҫө” тип аталған республика конкурсының район этабы үтте.
Районда тәүге тапҡыр уҙғарылған был конкурстың Гала-концертында мәктәп коллективтары, балалар баҡсалары, медицина учреждениелары, башҡа предприятие хеҙмәтсәндәре ҡатнашты. Сығыштарҙы район
хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Ш.Н.Хәбибуллин, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Э.Н.Насирова, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары А.М.Ғәзизова, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Рәмил Ғимрани, Рәмил Ҡотдосовтарҙан торған жюри баһаланы.

Сәләмәтлек һәм спорт йәнә модала
26 октября 2016 йыл | Спорт, Йәмғиәт

"Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт Комплексының йәйге фестивале тамамланды. Красноусолда октябрь баштарында күп кенә күнекмәләрҙе – төрлө дистанцияларға йүгереү, сәпкә атыу, туп ырғытыу, йөҙөү, һикереү, һығылмалылыҡ һ.б.-ларҙы үҙ эсенә алған ГТО нормативтарын үтәү бу-йынса ярыштар үтте. Уны ойоштороп уҙғарыусылар булып Рифат Мөнир улы Ишмөхәмәтов етәкселегендә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе торҙо.

Дәррәү эшләнеләр
26 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Хаттар

Ҡаранйылға ауылын уртаға бүлеп аҡҡан Ҡаранйылға – тау-таш йырып сыҡҡан көслө йылға. Ауылдың Совхоз урамында йәшәүселәр өмә ойоштороп, йылға аша үҙҙәренә тура һәм уңайлы баҫма һалырға булдылар. Беренсенән, мәктәптә уҡыусы балаларға ла таштан-ташҡа һикереп тура юл эҙләмәҫкә, икенсенән еңел машина менән дә сығып буласаҡ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16