Көҙ һыйы – ҡышҡы табынға
03 октября 2016 йыл | Кәңәштәр

Көҙ килде. Баҡсаларҙа түтәлдәр бушап ҡалды. Быйылғы көҙҙөң мул һыйы табындарҙы һалҡын ҡышта ла биҙәһен өсөн хужабикәләр ең һыҙғанып компот, салаттар әҙерләй, йәшелсә тоҙлай. Шуларҙы иҫтә тотоп, беҙ уҡыусыларыбыҙға йәшелсәләрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ысулдарын тәҡдим итергә булдыҡ.

Уңышты көҙ хәстәрлә
03 октября 2016 йыл | Кәңәштәр

Октябрь айында уңыш йыйыу тамамлана. Баҡсаны таҙартҡас, тиреҫте өйөп, парниктарҙы тәртипкә килтереп ҡуйырға кәрәк.
Көн ныҡлап һыуынғансы кишер, һарымһаҡ, петрушка кеүек йәшелсәләрҙе сәсеп ҡалдырырға мөмкин. Бының файҙаһы ҙур –

Үткәнгә сәйәхәт
03 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Күптән түгел район китапханаһы эргәһендә ойошторолған сәскә үҫтереүселәр клубы үҙенең ағзаларын йыйҙы. Был юлы китапханасылар "Беҙ СССР-ҙа тыуғанбыҙ" темаһын һайлағайны.

Оло йәштә булһалар ҙа…
03 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Ауылыбыҙҙың үҙәк урамында һайлауҙарға саҡырыу ҡағыҙҙары таратып йөрөргә тура килде. Һайлаусылар менән һөйләшеп, төрлө уй-хистәр менән ҡайттым. Беренсеһе – һайлау йәшендәгеләрҙең күбеһе өлкәндәр. Был инде ауылдың ҡартайыуы тураһында һөйләй.
Икенсе хис – ниндәй тырыш, күркәм халыҡ йәшәй беҙҙә! Ҡайһы ғына йортҡа керһәң дә, ихаталар төҙөк, таҙа, йорт йыһаздары заманса, бик матур донъя көтәләр. Күптәре хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, мал аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә.

Ғүмер йомғағы – үтелгән юлдар
03 октября 2016 йыл | Матбуғат, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Боронғоларҙа тыуған көн тигән төшөнсә булмаған. Йылын тәғәйен хәтерләһәләр ҙә, көнөн йылдың миҙгеленә ҡарап хәтерләгәндәр. Уларҙың "боҙ киткән ваҡытта, бәрәңге сәскәндә, кәкүк ҡысҡыра башлағанда, бесән, ураҡ мәлендә тыуғанмын”, тип һөйләгәндәрен күптәрҙең ишеткәндәре булғандыр.
Хәҙер иһә, сабыйына тик-лем тыуған көнөн белеп, теләгән һәр кем тыуған көндәрен, юбилейҙар-тантаналар үткәреп, үткән ғүмер юлдарына байҡау яһап, һөҙөмтә сығарып, күңелдәрен күтәреп алалар. Быға йәмәғәтселек тә ҡушылып, уларҙың хеҙмәт юлдарын баһалап, тәбрикләп китәләр. Ошондай ғүмер байрамдары
1 октябрь – Олоғайған кешеләр көнөнә тура килгәндәр, айырыуса ҡыуаныс, шатлыҡ кисерәлер. Быйыл тап ошо байрам осоронда мин дә 7-се тиҫтәмде тултырам. Ошо уңайҙан күңелдә шундай шиғри юлдар яралды. Был көндәрҙә юбилейҙарын билдәләүселәрҙең барыһына ла арнайым был юлдарҙы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3