Шағир, сәсән, мөғәллим
06 октября 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Әүәл-әүәлдән районыбыҙ зыялы, уҡымышлы кешеләргә, һөнәрлеләргә бай булған. Беҙ уларҙы онотмайбыҙ, рухтарын шатландырып иҫкә алып торабыҙ, иҫән-һауҙары менән күрешеп, аралашып, ихтирам итеп йәшәйбеҙ.
1987 йылда миңә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында асыҡ дәрес күрһәтергә тура килде. Дәрес темаһын "Яҡташ яҙыусылар” тип алдым. Әлбиттә, таныш тема, шулай ҙа беҙ бик белеп етмәгән әҙиптәр, сәсәндәр ҙә бар бит. Дәрескә әҙерләнгәндә бик күп өҫтәмә мәғлүмәттәр тупланым. Вәлиулла сәсән Ҡоломбәтов тураһында ла байтаҡ иҫтәлектәр, өҫтәмә материалдар таптым. Асыҡ дәрес барышында уҡытыусыларға сәсән-шағир тип уның хаҡында ла һөйләнем.

Уҡытыусы уның булмышы
06 октября 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Уҡытыусы хеҙмәте ни тиклем ауыр булмаһын,Ер йөҙөндә шәхес үҫтереүҙән дә ҡыҙыҡлыраҡ, әһәмиәтлерәк эш юҡ. Бала тәү башлап мәктәп ишеген үрелеп аса. Уны тәүге ҡаршы алған кешеһе – беренсе уҡытыусыһы. Башланғыс класс уҡытыусылары иңенә айырыуса оло яуаплылыҡ һалынған, сөнки уҡыу эшмәкәрлеге нигеҙҙәре башланғыс класта формалаша. Баланың тыумыштан бирелгән һәләтен күреп, уны артабан үҫтереүҙә беренсе уҡытыусының роле ифрат ҙур.
Сәйетбаба урта мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Ләлә Зәки ҡыҙы Юлбарисова талапсан һәм ижади эшләгән уҡытыусы.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙәремә!..
06 октября 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Тышта төҫтәргә бай сағыу көҙ айы. Ошондай матур миҙгелдә кешелек донъяһы иң күркәм байрамдарҙың береһе – Уҡытыусылар көнөн билдәләй. Был байрам һәр кем өсөн ҡәҙерле һәм яҡын. Сөнки һәр беребеҙҙең тормошонда мөһим урын биләгән яратҡан уҡытыусыбыҙ бар. Йыш ҡына беҙ уның ҡылыҡтарын ҡабатлайбыҙ, һүҙҙәрен һөйләйбеҙ, һәр яҡтан уға оҡшарға тырышабыҙ. Хатта һөнәр һайлауға ла күп ваҡыт уҡытыусы сәбәпсе була. Йылдар үткән һайын беҙ уларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ, нығыраҡ һағынабыҙ.
Мин үҙем дә хәҙер инде оҙон ғүмер юлы үткән, 81 йәшемде тултырған кеше булһам да, тәүге уҡытыусым Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы Шәрипованың беҙҙе 1-се класҡа ҡабул итеп алғанын бөгөнгөләй асыҡ хәтерләйем.

Оло ихтирамға лайыҡ һеҙ!
06 октября 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Заманалар үҙгәреп, тормош үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы һәр саҡ юғары баҫҡысты биләй. Ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған Ҡарағай ауылы мәктәбе директоры Хәмит Рәсүл улы Әбүзәров тураһында һүҙем.

Бала күңеленә юл һалыусы
06 октября 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Алтын көҙҙөң 5 октябрендә ил буйлап Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Уҡытыусы - ул бала күңеленә юл һалыусы, белем иленә әйҙәүсе, халыҡҡа тоғро ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүсе, шәхес үҫтереүсе. Һүҙем мәктәбебеҙ уҡытыусыһы Зөлфиә Юныс ҡыҙы Баталова тураһында.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3