Төҙөкләндереү
15 октября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Хаттар

Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылы халҡы элек-электән үҙенең берҙәмлеге, уңғанлығы менән дан тота.
Ошо арала иң ҙур байрамыбыҙ –
Республика көнө алдынан туғайҙар үҙҙәренә оло бүләк эшләне: бер төптән булып ойошоп ауыл урамына ҡом түшәнеләр.

Алтын көҙҙөң бер көнөндә икеләтә тантана
15 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан районыбыҙҙа бер юлы өс иҫтәлекле ваҡиға булды: Ибраһим һәм Аҡкүл ауылдарында мәҙәниәт йорттары үҙ ишектәрен асты. Шулай уҡ Ибраһимда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск асыу тантанаһы ла тап ошо көнгә билдәләнгәйне.
Ибраһимда обелиск асыуҙан башланған сарала хөрмәтле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов, БР Хөкүмәтенең мәҙәниәт һәм архив эштәре буйынса бүлек мөдире Илһам Зөлфәр улы Фәтҡуллин, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев,
район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы сәк-сәктән ауыҙ иттереп, хөрмәтләп ҡаршыланылар. Ауылдаштарының шатлығын уртаҡлашырға күрше-тирә ауылдарҙа һәм төрлө тарафтарҙа йәшәгән яҡташтары ла килгәйне.