Һәр кем белергә тейеш
19 октября 2016 йыл | Яңылыҡтар

Республиканың һалым органдары физик шәхестәргә 2016 йылда түләнәсәк милек һалымына ҡағылышлы мөһим мәғлүмәттәрҙе еткерә:

Әсәлек капиталы алыусыларға
19 октября 2016 йыл | Яңылыҡтар

Республикабыҙҙың Пенсия фонды идаралыҡтарында Әсәлек капиталының
25 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған өлөшөн алыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.

Әүҙемлек булғанда эш ырар
19 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Һәр ҡайһыбыҙҙың ҡатнашлығы менән ауылдарыбыҙҙағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин буласаҡ Республика көнө алдынан ғына районыбыҙға шатлыҡлы яңылыҡ хаҡында хәбәр килде – урындағы башлағыстарҙы яҡлау Программаһы буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалған. Еңеүселәр асыҡланған, шул иҫәптән районыбыҙҙың был программала ҡатнашыуы һөҙөмтәһе билдәле булды. Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс бу-йынса урынбаҫары, был мәсьәлә өсөн яуаплы булған С.Р.ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА конкурстың һөҙөмтәләре хаҡында һөйләй.

Балаларҙы нисек яҡларға?
19 октября 2016 йыл | Хоҡуҡ

Әле ҡасан ғына илебеҙҙә балаларҙы ҡыйырһытыу, уларға ҡул күтәреү бик һирәк күренеш булып, бындай хәл булған осраҡта ла ул ата-әсәнең психик йәһәттән сирле булыуына, эскелек менән мауығыуына, йә булмаһа уларҙың криминаль үткәненә бәйле була торғайны. Бөгөн иһә бындай күренештең ғәҙәти хәлгә әйләнеүе берәүгә лә сер түгел. Ғаиләләрҙә бындай хәлдәр
айырыуса йыш күҙәтелә. Бындай осраҡтарҙа балалар төп зыян күреүселәр була, сөнки улар физик һәм психологик йәһәттән үҙҙәренә ҡаты күңеллелек күрһәткән, рәнйеткән, ҡул күтәргән ололарға бәйле.
Балаларға ҡарата ҡаты күңеллелек күрһәтеү, уларға ҡарата шәфҡәтһеҙ булыу – ата-әсә, йәки уларҙы алмаштырыусылар, йә булмаһа башҡа кешеләрҙең аңлы рәүештә йәки һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә баланың имгәнеүенә, үлеменә килтергән ҡылығы, баланың хоҡуҡтарына һәм именлегенә янауы ул.

Бизнесҡа тәүге аҙымдар
19 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Республикала Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы тарафынан "Һин - булдыҡлы” Программаһы тормошҡа ашырылыуы һәр кемгә мәғлүм. Уның маҡсаты булып яңы быуын эшҡыуарҙарҙы табыу, йәғни эшҡыуарлыҡ эшенә күберәк йәштәрҙе йәлеп итеү һәм әүҙемдәрҙе дәртләндереү тора. Ул мәғлүмәт биреү, уҡытыу һәм консультатив характерлы сараларҙы үҙ эсенә ала.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3