Хаттарҙа ысын ихласлыҡ, күңел йылыһы
23 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар, Йәмғиәт

Ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала 1992 йылда асылған йорт-музейында уның тормошона, ижади эшмәкәрлегенә бағышланған күп тарафтарҙа эшләүсе телсе ғалимдарҙан уға килгән егермеләп хат һаҡлана.
Кем яҙыуына ҡарамаҫтан, ул хаттарҙа мәшһүр яҡташыбыҙға ҡарата сикһеҙ ихтирам, һөйөү хисен тояһың. Төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәтен, рухи донъяһын үҫтереүҙә арымай-талмай эшләгән киң күңелле, башҡалар ҡыуанысы өсөн шатлана белгән, бик тә үҙенсәлекле кеше образы күҙ алдына килеп баҫа.

Йәйҙең мөғжизәле көндәре
23 октября 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Йәйге каникулдарым бик тә иҫтәлекле минуттарға, тәьҫораттарға бай булды. Уҡыуҙар тамамланыу менән йәйге көндәрҙең мәшәҡәттәре башланды. Әммә иң яҡшыһы алда булған әле.
Бер көндө мине Әлшәй районындағы "А.П.Чехов” исемендәге лагерь-санаторийға саҡырҙылар. Шатлығымдың сиге булманы. Тиҙ генә әҙерләнеп, юлға сыҡтыҡ.

Киносы Талха ағай
23 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Кино – ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған сәнғәт төрө. Элекке кино геройҙары кеүек булырға, уларҙан үрнәк алырға, улар кеүек йырларға, хатта ҡайһы бер геройҙар кеүек һөйләшергә лә өйрәнә торғайныҡ. Һинд кинолары килһә, урын да етмәй, беҙ, бала-сағалар, сәхнә алдына иҙәнгә ултырып ҡарайбыҙ, йоҡлап киткән саҡтар ҙа күп булды. Оҡшаған киноларҙы икешәр, өсәр көн ҡарайҙар. Киносы Талха ағай ауыл халҡының һорауын һис кире ҡаҡмай.

Ҙур байрамды ҙурлап үткәрҙек
23 октября 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Республика көнө һәр ерҙә бик матур байрам булып уҙа. Бай тыуған еребеҙҙә ошо көндә хеҙмәт кешеләрен, өлгөлө ғаиләләрҙе хөрмәтләп китеү матур йолаға әйләнде.
Бельский ауыл хакимиәтендә лә йыл һайын Республика көнө ҙурлап уҙғарыла. Игенйылға ауыл клубында өс ауыл халҡы әүҙем йыйылды был байрамға. Алдан йәрминкә лә буласағы билдәле булғас, уңған хужалар, хужабикәләр баҡсаларында үҫтергән йәшелсәләр, әҙерләп ҡуйған ҡайнатмалар, салаттар, ҡул эштәре, бешерелгән әйберҙәр күтәреп мәҙәниәт йортона ашыҡты. Ҡайһылары әҙер әйберҙәрҙе һатып алыу теләге менән килде.