Өсөһө лә бер һөнәрле
29 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Ауыл малайҙарының ҡайһыһы ғына бала сағында үҫкәс шофер булырға хыялланмай икән? Ысынлап та, күптәренең хыялы тормошҡа аша. Красноусолда йәшәүсе бер туған Фәнир, Фәнүр, Марсель Фәтҡуллиндар ҙа малай саҡтарында хыял итеп һайлаған был һөнәргә ғүмерҙәре буйына тоғро ҡалалар. Яҙмыш уларға автомобиль рулен тотторған, водитель һөнәрен һайлап улар бер ҙә яңылышмаған. Водитель Фәтҡуллиндар династияһының хеҙмәт стажы 28, 30 йылдан ашыу тәшкил итә.

Имен юлдар һеҙгә, автомобилселәр!
29 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Йылдың-йылы октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ”Башавтотранс” ДУП-ы филиалы Красноусол автотранспорт предприятиеһы директоры Анатолий Иванович ГРЕБНЕВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.