Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иғтибарына!
12 октября 2016 йыл | Яңылыҡтар

Муниципаль район хакимиәте "Ғафури  районы муниципаль районында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” программаһына ярашлы Федераль бюджеттан субсидия алыуға конкурста ҡатнашыуға документтар тапшырыу өсөн өҫтәмә ваҡыт бирелеүе хаҡында хәбәр итә.

Йәш эшҡыуарҙар өсөн
12 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт


Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында "Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабын уҙғара.
Конкурстың маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә ярҙам итеү. Конкурста ҡатнашыусы 14-тән 30 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙар "Йыл асышы”, "Йыл производствоһы”, "Йыл эш биреүсеһе”, "Йыл социаль бизнесы” номинациялары буйынса билдәләнәсәк.


Байрамға матур бүләк
12 октября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

"Красноусол” шифаханаһы хеҙмәтләндереү, сервис, уңайлыҡтар йәһәтенән донъяның иң яҡшы курорттары иҫәбендә. Әленән-әле Бөтә Рәсәй, респуб-лика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Улар араһында алтын, көмөш миҙалдар, Дипломдар, кубоктар…

Мәғариф - иғтибар үҙәгендә
12 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Мәғариф

Республикабыҙ хөкүмәте, район хакимиәте эшмәкәрлегендә мәғариф өлкәһе өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Йыл һуҙымында районда белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү барышында күп эштәр эшләнгән. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға Табын урта мәктәбенең иҙәне, йылытыу системаһы алмаштырылған. Буруновка ауыл хакимиәте ярҙамы менән Яңғыҙҡайын мәктәбенең ҡыйығы яңыртылып, Буруновка мәктәбендә лә ҙур ғына ремонт эштәре башҡарылған.

Уңыштар нигеҙе – бер төптән эшләүҙә
12 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Тормошобоҙҙо мәғариф һәм медицина хеҙмәтенән, мәҙәниәттән, физкультура һәм спорттан тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ошоларҙың барыһын үҙ эсенә алған социаль өлкә районыбыҙҙа һәйбәт үҫешкән һәм ул халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тулыландыра тип әйтергә нигеҙ бар. Муниципаль ра-йон хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов менән төп байрамы-быҙ – Республика көнө алдынан үткән һөйләшеүҙә һүҙ тап ошо социаль өлкәнең эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.
- Руслан Йәғәфәр улы, башта үҙегеҙҙең социаль өлкәнең ниндәй тармаҡтары өсөн яуаплы булыуығыҙ һәм ниндәй йүнәлештәр эшмәкәрлеген контролдә тотоуығыҙ хаҡында аңлатып үтмәҫһегеҙме?
- Әйтергә кәрәк, социаль өлкә бик күп тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала. Уларҙың һәр береһен айырым һанап үткәндә инде, мин кадрҙар сәйәсәте, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, халыҡтың мәшғүллеге, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу, районда йәмәғәт тәртибен һәм законлылыҡты тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса яуаплымын. Быларҙан тыш бик күп йәмәғәт ойошмалары, район комиссиялары эшмәкәрлеген контролдә тотам, тип әйтергә була.
- Социаль йәһәттән яҡланмаған граждандарға ярҙам итеү буйынса ниндәй дәүләт саралары ҡаралған?
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 16