Икеһе лә – лайыҡ шәхестәр
26 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар, Йәмғиәт

Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған мәшһүр ғалим-тюрколог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Ленин ордены кавалеры Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев – Ғафури районының ғына түгел, барлыҡ Башҡортостан халҡының ғорурлығы. Исеме төрки донъяһында киң билдәле мәшһүр ғалимдың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән тыуған ерендә ҙур эштәр башҡарылды: Ҡаранйылғала музейы эшләй, уның исемендәге премия булдырылды, хәтер кисәләре даими үткәрелеп тора.

ЯҢЫ ЭКСПОЗИЦИЯ ЗАЛЫ АСЫЛДЫ
26 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә башҡорт интеллигенцияһы күренекле тел белгесе, шағир, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 105 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала урынлашҡан йорт-музейҙа «Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ғилми һәм әҙәби мираҫы» тигән яңы экспозиция залы асылды.
Музей етәксеһенең инициативаһы менән булдырылған даими экспозиция залының презентацияһы ғалимдың юбилейына арналған. Был экспозицияла 200-ҙән ашыу музей предметы: ғалимдың хеҙмәттәре, ғилми яҙмалары һәм башҡа уникаль документтар йыйылды.

Түңәрәк саҡыра
26 октября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

1 ноябрҙән Район мәҙәниәт һарайында селтәр энәһе менән бәйләм бәйләү түңәрәге эшләй башлай.

Сыр эшләйҙәр егеттәр
26 октября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Ауыл хужалығы


Күптән түгел Сәйетбаба ауылында сыр эшләү
буйынса цех асылды.

Хаттарҙа ысын ихласлыҡ, күңел йылыһы
23 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар, Йәмғиәт

Ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала 1992 йылда асылған йорт-музейында уның тормошона, ижади эшмәкәрлегенә бағышланған күп тарафтарҙа эшләүсе телсе ғалимдарҙан уға килгән егермеләп хат һаҡлана.
Кем яҙыуына ҡарамаҫтан, ул хаттарҙа мәшһүр яҡташыбыҙға ҡарата сикһеҙ ихтирам, һөйөү хисен тояһың. Төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәтен, рухи донъяһын үҫтереүҙә арымай-талмай эшләгән киң күңелле, башҡалар ҡыуанысы өсөн шатлана белгән, бик тә үҙенсәлекле кеше образы күҙ алдына килеп баҫа.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16