Гөрләп торҙо Ғафури майҙан
19 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара

11 октябрҙә барса халыҡ район хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы Мәжит Ғафури майҙанына Республика һәм Красноусол ауылы көнөнә арналған байрам тантанаһына йыйылды.
Байрам сараһы район мәктәптәренең төрлө йәштәге уҡыусылар бейеү коллективтары башҡарған хореографик композиция менән башланып китте.

арзанға яҙылып ҡалығыҙ!
19 октября 2016 йыл | Матбуғат

Гәзитебеҙҙә 13 октябрҙән 23 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө үтәсәге хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Икенсе "аҙна еңеүселәре" асыҡланды
19 октября 2016 йыл | Матбуғат

1 октябрҙән "Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итеп, үткән аҙнала "Табын”ға яҙылыусылар араһында ла еңеүселәр билдәләнде.


Төҙөкләндереү
15 октября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Хаттар

Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылы халҡы элек-электән үҙенең берҙәмлеге, уңғанлығы менән дан тота.
Ошо арала иң ҙур байрамыбыҙ –
Республика көнө алдынан туғайҙар үҙҙәренә оло бүләк эшләне: бер төптән булып ойошоп ауыл урамына ҡом түшәнеләр.

Алтын көҙҙөң бер көнөндә икеләтә тантана
15 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан районыбыҙҙа бер юлы өс иҫтәлекле ваҡиға булды: Ибраһим һәм Аҡкүл ауылдарында мәҙәниәт йорттары үҙ ишектәрен асты. Шулай уҡ Ибраһимда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск асыу тантанаһы ла тап ошо көнгә билдәләнгәйне.
Ибраһимда обелиск асыуҙан башланған сарала хөрмәтле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов, БР Хөкүмәтенең мәҙәниәт һәм архив эштәре буйынса бүлек мөдире Илһам Зөлфәр улы Фәтҡуллин, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев,
район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы сәк-сәктән ауыҙ иттереп, хөрмәтләп ҡаршыланылар. Ауылдаштарының шатлығын уртаҡлашырға күрше-тирә ауылдарҙа һәм төрлө тарафтарҙа йәшәгән яҡташтары ла килгәйне.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16