Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
12 октября 2016 йыл | Уңғандарыбыҙ

Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре һәм емешле хеҙмәттәре өсөн Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:

Ауыл биләмәләрендә профилактика көндәре
12 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Мәғариф, Йәмғиәт

Муниципаль район хакимиәте халыҡ араһында енәйәт, хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын, эскелек һәм наркоманияны иҫкәртеү буйынса ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эшен комплекслы өйрәнеү маҡсатында профилактика көндәре үткәреү хаҡында махсус ҡарар ҡабул итте.

Күңелдәрҙә рәхмәт һүҙе, бөтмәҫ хис урғый
12 октября 2016 йыл | Мәғариф

5 октябрҙә уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайында улар өсөн матур байрам сараһы ойошторолдо.
Тантаналы кисә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 1-се класс уҡыусылары сығышы менән башланды. Улар шиғырҙары аша уҡытыусыларға тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Был сарала яңғыраған барлыҡ изге, матур теләктәр, шулай уҡ һәр кемдең күңеленән урғылып сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре тап педагогтарға арналды.
Районыбыҙ уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотларға муниципаль район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, район мәғариф бүлеге начальнигы З.Р.Әхтәмова килгәйне.

Граждандарҙы йәмәғәт ҡабул итеүе
12 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х.Иванова беҙҙең районда эш сәфәрендә булып китте. Ленара Хәким ҡыҙы Красноусолда граждандарҙы йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы, шулай уҡ район хакимиәте вәкилдәре менән осрашыуҙа социаль сәйәсәт һәм мәшғүллек өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр көтөлөүе хаҡында билдәләп, мөһим мәсьәләләргә туҡталды һәм ентекле аңлатмалар бирҙе.  Ҡабул итеүҙә шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов һәм капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫар Ф.З.Кейекбаев, социаль хеҙмәттәр һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.

Сабырҙарҙан-сабыр әнием
12 октября 2016 йыл | Хаттар

Йәшәлгән йылдарым арта, ғүмер йомғағы һүтелә барған һайын тормошто ла икенсерәк аңлай башлайһың, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланаһың. Был донъяла иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ һәм кеше ғүмере икәненә төшөнәһең. Яҡындарың, туғандарың иҫән-һау, матур йәшәйҙәр икән – шуға һөйөнәһең. Татыулыҡтың ниндәй ҙур бәхет булыуына ышанаһың.
Ата-әсәһе иҫән кешеләр икеләтә бәхетле. Мин дә шулар рәтендә. Сөнки минең әнием иҫән-һау, ауылыбыҙҙа донъя көтөп йәшәй.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 16