Йәш инспекторҙар ярышты
12 октября 2016 йыл | Мәғариф, Хоҡуҡ

Юлдарҙа юл-транспорт имгәнеүҙәрен профилактикалау һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә балаларҙың иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурста район үҙәге мәктәптәренән 4 команда ҡатнашты.
Бәйге башланыр алдынан унда ҡатнашыусыларҙы Балалар ижады үҙәге директоры И.П.Шаульская һәм ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы М.Р.Басиров сәләмләне һәм уңыштар теләне.

Байрамды лайыҡлы ҡаршылайбыҙ
12 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Ағымдағы йылда районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда ыңғай күренештәр, ҙур уңыштар күп булды. Быйыл "Мәргән уҡсы” республика бәйгеһенең, "Яратам һине, тормош!” фестиваленең зона этабы беҙҙә үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Ижади коллективтарыбыҙ ҙа һынатманы – "Байыҡ” балалар республика телевизион бейеү конкурсында КБГИ уҡыусылары Г.Дәүләтбаева менән Э.Ҡолмановалар (етәксеһе – А.Буранова) Гран-при, ә "Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе – И.Хәбибуллин) I урынды яуланы.

Юлдар төҙөлөшө киң ҡолас алды
12 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Районда быйыл юлдар төҙөлөшө бу-йынса күләмле генә эштәр башҡарылды.
"Красноусол коммуналь хужалыҡ” МУП-ы һәм район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы тарафынан юлдарға асфальт һалыу, ремонтлау, күтәртеү эштәре алып барылды һәм әле лә дауам итә.

Уңыш зарланырлыҡ түгел
12 октября 2016 йыл | Ауыл хужалығы

Яңғыҙҡайын ауылына илтеүсе юлдың һул яғындағы иркен баҫыу уртаһындағы сөгөлдөр өйөмдәре алыҫтан осо-ҡырыйы булмаған тау теҙмәләрен хәтерләтә. Иҫәбе-һаны юҡ төҫлө был ҙур өйөмдәрҙең.
-100 гектар баҫыуҙан алынған уңыш инде был. Мораҡ юлындағы 80 гектарҙағы сөгөлдөрҙө лә сығарып бөттөк. Әле бына Рушат Вахитов "Франц-Клэйн” комбайнында йәнәшәләге 160 гектарлыҡ баҫыуҙа эшләй башлағайны ла, ыратып ҡына китә алмай. Төнө буйы ҡойоп ямғыр яуҙы бит, ер ныҡ дымлы, - ти "ШЭ Мөьминов Р.В.” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Риф Вәкил улы. – Барлығы 6 мең тоннанан ашыу уңыш ята баҫыуҙа. Ташырға машиналар етешмәй. Көнөнә кәмендә 40-50 машина оҙатҡанда һәйбәт булыр ине лә бит…

“Йәш ғаилә - 2016”
12 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм ғаилә институтын популярлаштырыу маҡсатында 28 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында Рәсәй киноһы йылына арнап "Йәш ғаилә - 2016” конкурсы үтә.
Конкурста йәштәре 35-тән артмаған һәм 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаилә парҙары ҡатнаша. Унда ҡатнашыусыларға ғаилә хаҡында презентация, баланың ижади номеры һәм ғаилә күргәҙмәһен әҙерләргә кәрәк буласаҡ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 16