Ҡор үтә
30 ноября 2016 йыл | Йәмғиәт

7 декабрҙә 14.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы була.
Теләүселәрҙе  уның эшендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Ойоштороу комитеты.

Дини уҡыуҙар башланды
30 ноября 2016 йыл | Йәмғиәт


Красноусол мәсетендә дини уҡыуҙар башланды.
Ҡатын-ҡыҙҙар уҡыуы кесе йома 16.00 сәғәттә, йома 14.30 сәғәттә, йәкшәмбе 9.00 сәғәттә башлана.
Ирҙәр өсөн дәрестәр шаршамбы һәм йомала 19.00 сәғәттә башлана. Теләүселәрҙең һәммәһен дә көтөп ҡалабыҙ.
Рауил хәҙрәт,
имам-мөхтәсиб.

Инвалидтарға арнала
30 ноября 2016 йыл | Йәмғиәт

2 декабрҙә Красноусолда район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сара үтә.
Уның программаһында байрам концерты, балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар, аҙаҡ бергәләп сәй эсеү ҡаралған.
 Сара ваҡытында инвалид балалар өсөн Ғафури ра-йоны "Родник” ЯСЙ-һенең "Шарм” социаль бөҙрәханаһы эшләйәсәк.
Сара 11.00 сәғәттә башлана.
Ойоштороу комитеты.

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды
30 ноября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

28 ноябрҙә районда эш сәфәре менән Бөтә
Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов булып китте.
Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы – гимназия!
30 ноября 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнгән Красноусол башҡорт гимназия-интернаты үҙенең 20 йыллыҡ юбилей кисәһен тантаналы шарттарҙа район мәҙәниәт һарайында уҙғарҙы.
Байрамға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек етәксеһе
Дмитрий Леонидович Гладких, Красноусол минераль һыу ҡойоу заводы директоры Азат Фәйзулла улы Фәйзуллин, район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, район Советы рәйесе Зөлфәр Мәғәсүм улы Хафизов, райондың төрлө ойошма-учреждениелары етәкселәрен
фойела сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алғандан һуң, барыһы ла гимназия коллективы әҙерләгән бай йөкмәткеле методик һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре менән танышты.
Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы –  гимназия!
Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы –  гимназия!
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18