Тыуған ауылым урамын ҡабат-ҡабат ураным…
02 ноября 2016 йыл | Хаттар

Һәр кешенең йөрәгенә яҡын, йәненә йылылыҡ бирә торған яратҡан урыны була. Минең өсөн ул – тыуған ауылым. Тыуған төйәген, ғәзиз ауылын яратмаған кешеләрҙе мин күҙ алдына ла килтерә алмайым. Йәшлектәрендә ауылды ташлап, сит ерҙәрҙә йәшәргә мәжбүр булғандар ҙа, тыуған ауылдарын һағынып, тәбиғәтенә һоҡланып, йыр-шиғырҙар ижад итә.
Минең тыуған ауылым – районыбыҙҙың иң гүзәл ерендә урынлашҡан Игенселәр ауылы.

Тарихтарҙан ҡайтты бер йыйын
02 ноября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

23-24 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә тарихта тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй Сәсәндәр фестивале булып үтте. Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән боронғо халыҡтар үҙ милләтенең ауыҙ-тел ижады өлгөләрен күрһәтергә тип йыйылды.
Беҙ ҙә Ғафуриҙан өсәү: Сәйетбабанан бик күп төрлө бәйгеләрҙә ал бирмәүсе Илһам Байбулдин, Юлыҡ мәктәбенең 7-се класс  уҡыусыһы, районда үткәрелгән Йәш сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе Зөлхизә Зәйнуллина һәм мин Фәүзиә Ҡотлогилдина (Алтынбикә) Ғафури районының данын яҡлар өсөн ошо фестивалдә ҡатнаштыҡ.

Афарин!
02 ноября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Уңғандарыбыҙ

Сәйетбаба ауылынан Башҡортостан Республикаһы-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған ҡурайсы һәм өзләүсе, музыка ҡоралдары эшләүсе оҫта Илһам Ханнан улы Байбулдиндың төрлө конкурс-тарҙа еңеү яулауы ғәҙәти күренешкә әүерелеп бара.

Һоҡландырғыс тамаша
02 ноября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күптән түгел Имәндәш ауылы һәүәҫкәрҙәре ҡауарҙыларҙы бай йөкмәткеле концерт программаһы менән һөйөндөрҙө, күңелле ял бүләк итте.

Торатау тураһында китап
02 ноября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңыраҡ З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап” нәшриәтендә яҡташыбыҙ, күренекле прозаик Әмир Әминевтың  "Бер кәмәлә” исемле китабы баҫылып сыҡты.