Әсәй наҙын күреп үҫһен һәр бер бала
09 ноября 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Район хакимиәте эргәһендә төҙөлгән махсус комиссия тарафынан профилактика көнөнөң сираттағыһы Имәндәш ауыл биләмәһендә үтте. Унда Имәндәш, Ҡарағай, Юрмаш, Мораҙ, Таш-Аҫты ауылдарынан имен булмағандар иҫәбендә торған ғаиләләр саҡырылды. Күсмә ултырышты район хакимиәтенең Опека һәм попечителлек секторы мөдире Елена Жукова алып барҙы. Уның эшендә бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия секретары Альмира Уренева, үҙәк район поликлиникаһының наркология кабинеты медсестраһы Асия Рафиҡова ҡатнашты.
Биләмәлә үткән ултырышта урындағы депутаттарҙың, йәмәғәтселектең әүҙем булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Ауылдарындағы имен булмаған ғаиләләрҙең яҙмышына битараф булмаған депутаттар Миңнулла Шәмсетдинов, Эльвира Кинйәбулатова (Юрмаш), Фәнис Амангилдин (Мораҙ), Имәндәш мәктәбе директоры Расих Муллашев, Ҡарағай мәктәбенең уҡыу-уҡытыу, тәрбиә  эштәре буйынса директор урынбаҫарҙары Ләйсән Әхтәмова, Әлфиә Ғәлиәкбәрова,социаль педагог Дилә Әбүзәрова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәзилә Зөбәйҙуллина, ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре комиссияға саҡырылыусыларҙың көнитмеше, ыңғай үҙгәрештәр, кире күренештәр хаҡында асыҡтан-асыҡ уртаға һалып һөйләште.