Биҙәктәре лә, күңеле лә матур
12 ноября 2016 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

"Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр”, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, гүзәллекте яратҡан, уны аңлаған кешеләр бик күп арабыҙҙа. Матурлыҡты яратыу, уға һоҡлана белеү – бер булһа, уны үҙ ҡулдарың менән булдырыу – икенсе эш.Биш тиҫтә йыл элек Үтәк ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Красноусолда йәшәгән Файруза Рәхмәтуллина шундайҙарҙың береһе. Бәйләм оҫтаһы булған уңған ҡатын үҙ ғүмере эсендә күпме нәфис ҡул эштәренә күҙ нурҙары түкте икән…

Ағинәйҙәр ойошмаһы ойошҡан эшләй
12 ноября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар, Йәмғиәт

Бынан 2 йыл элек Имәндәш ауылында Ағинәйҙәр ойошмаһы ойошторолғайны.
Уның ағзалары булып Рәмилә Мәхмүтова, Гөлира Мәхмүтова, Гөлсира Ибәтуллина, Мәфруза Йәғәфәрова, Рәйсә Кәлимуллина, Фәнүзә Ибраһимова, Альмира Түзбәкова, Резеда Ишемйәровалар тора. Етәксеһе итеп Гөлшат Фәрит ҡыҙы Мәһәҙиева һайланды. Ағинәйҙәр ойошмаһы мәҙәниәт йорто, мәктәп менән берлектә балалар һабантуйы, Мәүлит, Ураҙа, Ҡорбан байрамдары, йәрмикәләр, Ололар көнө һәм башҡа бик күп саралар уҙғарып тора.

Ул маҡтауға лайыҡ кеше ине
12 ноября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Донъяла һәр һөнәр эйәһенең яратып башҡарған эше була. Араларында үҙенең артынан сағыу, матур, һағынып иҫкә алып һөйләрлек эҙ ҡалдырғандар бар. Шундайҙарҙың береһе - ғүмерен кино күрһәтеүгә бағышлаған, киноға ғашиҡ, үҙ эшенең оҫтаһы булған, хәҙер мәрхүм киномеханик Рәмил Әсфәндийәров хаҡында бәйән итмәксемен.

“Киләсәге бар милләт беҙ, Шәхестәргә бай милләт беҙ…”
12 ноября 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Күренекле тел ғалимы, профессор, ҡобайырсы, оҫта тәржемәсе, йор һүҙле Ж.Ғ.Кейекбаевтың тыуыуына 25 октябрҙә 105 йыл тулды. Ошо уңайҙан 28 октябрҙә Сәйетбаба урта мәктәбендә "Кейекбаев уҡыуҙары” конференцияһы үтте. Унда 16 мәктәптән 42 уҡыусы ҡатнашты.

Тормош уртаһында ҡайнап, ихтирам яулап
12 ноября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Октябрь айының ҡараңғы төндәре яңы ғына ер өҫтөн ҡаплаған ап-аҡ ҡарҙары менән тирә-йүнде яҡтыртып ебәрҙе.
Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто тәҙрәләренән балҡыған уттар әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп, яҡты нурҙарын сәсеп, йәйге, көҙгө эштән бушағандарҙы йәнә үҙенә саҡырып алды.
Бәхетленең ҡунағы бергә була тигәндәй, театр миҙгелен асыу тантанаһы, оҙаҡ йылдар "Ҡараншишмә” халыҡ театрына хеҙмәт иткән Риф ағай Ихсановтың юбилейына тап килде. Уға 75 йәш, ышанырлыҡ та түгел. Театр миҙгеле – юбиляр, был ике төшөнсә бер-береһенән айырылғыһыҙ.