Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр
23 ноября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Дауахана… Ошо һүҙҙе ишетеү менән күңелде ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар солғап ала. Аҡ халат кейгән табиптар, дарыу еҫе, уколдар… Ләкин һаулығыбыҙға хәүеф янай икән, һәр беребеҙ дауаханаға ашыға. Ә табиптар көн-төн тимәй, ялды ял итмәй сәләмәтлегебеҙ һағында тора. Ысынлап та, был изге һөнәр эйәләре үҙ иңдәренә оло яуаплылыҡ алыуҙары менән генә лә ҙур ихтирамға лайыҡ. Үҙ эшен намыҫлы башҡарған, халыҡ өсөн хеҙмәт иткән, ауырыуҙарға күңел йылыһы өләшкән табиптарҙың береһе Сәйетбаба дауаханаһының баш табибы Әмир Ноғоман улы Заһиҙуллин күптән түгел үҙенең ғүмер байрамын билдәләне.

Һаулығың үҙ ҡулыңда
23 ноября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Көндәр һалҡынайыу менән һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар һаны бермә-бер арта. Ошо ваҡытта иң таралған сирҙәрҙең береһе  киҫкен отит – урта ҡолаҡ елһенеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Уның билдәләре – ҡолаҡ һыҙлауы, ишетеүҙең насара-йыуы, баш ауыртыуы. Былар ололар өсөн булһа, балаларҙа иһә тынғыһыҙланып илау, юғары тән температураһы, ҡолаҡтарына тейгәндә ауыртыныуы, күптәрендә танауҙан һыу ағыу күҙәтелә.

Сирҙе булдырмау яҡшыраҡ
23 ноября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Ротавируслы инфекция йәки эсәк грибы-ротавирустар тыуҙырыусы йоғошло сир. Уның менән башлыса 6 айҙан 2 йәшкә тиклемге балалар
ауырый. Өлкәндәрҙә был сир  һирәк осрай һәм еңелерәк үтә.

Һаҡланыу сараларын күрегеҙ
23 ноября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Геморрагик биҙгәк – токсикоз, биҙгәк һәм геморрагик синдром – ҡан тамырҙарының ҡанһырауы менән характерлана. Уны тыуҙырыусы вирустарҙы кимереүселәр һәм талпандар тарата.

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы
23 ноября 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Кеше ниндәй генә эштә эшләмәһен, ниндәй генә вазифалар башҡармаһын, уның өсөн иң мөһиме – ғаиләһе. Был йәһәттән бәхетле кеше Ғиниәтулла Сафиулла улы. Тормош иптәше менән ике бала үҫтереп, уҡытып, матур тәрбиә биреп, тормош юлына баҫтырғандар. Балалары инде лайыҡлы кешеләр булып, үҙ юлдарын, үҙ иштәрен табып, атай-әсәйҙәренә аҡыллы ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеп, матур итеп йәшәп яталар.
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, етәксе, атай, олатай, ғаилә башлығы, һәм иң мөһиме, ысын кеше!
Был исемлекте тағы ла бик оҙон итеп һуҙырға мөмкин булыр ине Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин тураһында яҙғанда.
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3