Парлы йәшәү үҙе бәхет бит
21 декабря 2016 йыл | Хаттар

Ниндәй бәхет ерҙә,
Пар ҡанатлы донъя көтөүе,
Иңде иңгә терәп,
Икәү бергә ғүмер кисеүе.
Эйе, ерҙә кешеләр парлы булып йәшәр өсөн яратылғандар. Йөҙҙәр, меңдәр араһынан үҙеңдең икенсе яртыңды таба алыу бәхеттең үҙелер. Ике ярты бер-береһен таба алһа, был ғаиләләрҙең ғүмере лә оҙон булалыр, моғайын. Ә үҙҙәренең парҙарын дөрөҫ таба алмағандар тормоштоң тәүге һынауҙары алдында уҡ юғалып ҡалалар, күп тә үтмәй айырылышып та ҡуялар. 50-шәр, 60-шар йыл татыу йәшәүсе, балалар үҫтереүсе ғаиләләр ихтирамға лайыҡ. Бөгөн йәштән үҙенең һыңарын дөрөҫ табып, матур ғүмер кисергән шундай бер ғаилә тураһында яҙырға булдым. 35 йыл бергә ғүмер кисеп, балаларына һөйөклө атай-әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә олатай һәм өләсәй булып йәшәүсе Римза һәм Нияз Кәлимуллиндар тураһында һүҙем.
Парлы йәшәү үҙе бәхет бит

Аң-белемгә өндәүсегә арналды
21 декабря 2016 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл
Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә башҡорттар араһында ғына түгел, барлыҡ төрки донъяһында танылған аҡыл эйәһе, сәсән телле шағир, күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған бик матур сара үтте.
Аң-белемгә өндәүсегә арналды
 
 

Бурыстары - халыҡты хеҙмәтләндереү
21 декабря 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

22 декабрҙә Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан  Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Ғафури районы буйынса бүлексәһе етәксеһе
Ф.Р.ВАХИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Бурыстары - халыҡты хеҙмәтләндереү

Илен данлар ил улы
21 декабря 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Илен данлар ил улы
Илен данлар ил улы
Илен данлар ил улы
Илен данлар ил улы
Илен данлар ил улы
Быйылғы йыл күренекле яҡташтарыбыҙҙың юбилейҙарына бай булды. Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында уҙған билдәле ғалим, профессор, филология фәндәре докторы Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың 70 йәшенә арналған күркәм сараға уның туғандары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары һәм иң мөһиме - уҡыусы балалар ҙа килгәйне.

Жәлил Кейекбаев исемендәге район премияһын тапшырыу тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
21 декабря 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына, БР Ғафури районы муниципаль район Советының 2016 йылдың 15 ноябрендәге 4/4-26-сы ҡарары менән раҫланған Жәлил Кейекбаев исемендәге премияны тапшырыу тураһында Положениеға ярашлы, премияны тапшырыу буйынса район комиссияһы рәйесенең мәғлүмәтен тыңлап, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль ра-йон Советы ҡарар итте:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4