Муса батыр ерендә
26 декабря 2016 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең «Ғәйрәт» шиғырында:
Муса батыр, һиңә күскәндер, тим,
Урал тауҙарының ғәйрәте.
 Кәмемәйме Урал ғәйрәте лә
Көн-төн яҡҡас тәнен көйрәтеп,
- тип яҙғайны. Был шиғырҙа трагик яҙмышлы шәхес образына ғорурлыҡ һәм һоҡланыу ҡатыш күңел һыҡраныуы сағыла. Һәм был әрнеү шиғыр юлдарына күҙ йүгерткән һәр уҡыусының күңеле аша үткәндер, тип уйлайым. Эйе, тап шулай, сөнки илебеҙҙең легендар геройы Муса Мортазин 1937 йылдың 31 майында ҡулға алынып, 27 сентябрендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан «халыҡ дошманы» тигән ялған ғәйеп менән үлем язаһына хөкөм ителә һәм шул уҡ көндө атып үлтерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик 1956 йылдың 14 июлендә генә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы, енәйәт эше булмағанлыҡтан, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара һәм ул тулыһынса аҡлана. Ә 1967 йылдың 11 июлендә наградаларға хоҡуғы ҡайтарыла. Быйыл иһә Граждандар һуғышы ҡаһарманы, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, легендар комбриг, полководец, күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Муса Лот улы Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулды.
Муса батыр ерендә


Яңы йылға үҙенсәлекле бүләк
26 декабря 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа республикала халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса төрлө программалар ҡабул ителә. Ауыл халҡына ла мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрә төштө. Аллаға шөкөр, ауылдарға автобустар йөрөп тора, төндәрен урамдар яҡтыртыла, халыҡтың тормош-көнкүреш шарттары көндән-көн яҡшыра.
Яңы йылға үҙенсәлекле бүләк

Бүләк отҡандарын белмәгәндәр
26 декабря 2016 йыл | Матбуғат

"Аҙна һайын бүләк” акцияһында октябрь айында уҡ бүләк отҡан Яңғыҙҡайын ауылынан Рауил Хисмәтуллин (һүрәттә, һулда) бүләген яңыраҡ ҡына килеп алды. Шулай уҡ Игенйылға ауылынан декабрь айында бүләк отҡан Риф Фәттәхетдинов та (уңдағы фотола)үҙенең бүләк отоуын бик һуңлап ҡына ишеткән булып сыҡты.

Оло Үтәштән сыҡҡан оло шәхес
26 декабря 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

БАССР-ҙың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡовтың тыуыуына
130 йыл тулыу киң билдәләнде
Данлыҡлы яҡташыбыҙ, БАССР-ҙың тәүге мөфтөйө, мәғрифәтсе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Мансур Хатип улы Халиҡовтың тыуыуына 130 йыл тулыуы республикала киң билдәләнде. Уның тыуған ауылы - Оло Үтәштә лә Хәтер кисәһе булып үтте.
Оло Үтәштән сыҡҡан оло шәхес
Оло Үтәштән сыҡҡан оло шәхес

Рухи йәдкәре йәшәй
26 декабря 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл
Данлыҡлы яҡташыбыҙ, билдәле ғалим һәм яҙыусы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 105 йыллыҡ юбилейына арналған саралар Ҡаранйылға һәм Сәйетбаба ауылдарында ҙурлап уҙғарылды.
Рухи йәдкәре йәшәй
Рухи йәдкәре йәшәй
Рухи йәдкәре йәшәй
 
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2