Маймыл йылы артта ҡала, Әтәс йылы ишек ҡаға
30 декабря 2016 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

* Мөхәррир һүҙе
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Бына маймыллана-маймыллана Маймыл йылы ла уҙып китеп бара. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Маймыл йылы һәр саҡ үҙенең исемен йөрөтөүсенең холҡона тоғро ҡала. Бик алыҫҡа китмәй 1992, 2004 йылдарҙы ғына алайыҡ.

Яңы йыл ҡотло булһын!
30 декабря 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Хөрмәтле райондаштар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Үтеп барған йыл районыбыҙ өсөн күп кенә тармаҡтарҙа уңышлы булды. Игенселектә, малсылыҡта ла һынатманыҡ. Бигерәк тә район тарихында беренсе тапҡыр хөкүмәткә 100 млн тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө тапшырып,
республикала алдынғы урынға күтәрелдек. Районда ауыл хужалығын үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Бы-йыл ғына 100 млн һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы алынды. Республикабыҙ етәкселегенең дә ярҙамы ҙур булды. Бының өсөн Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа рәхмәтлебеҙ.
Районда урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ тармағы ла үҫеш кисерә. Республикала ауыл хужалығы буйынса «Йыл эшҡыуары”ның тап беҙҙең райондан булыуы ла ҡыуаныслы хәл.
Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе - социаль өлкәгә лә ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. Уҙып барған йылда Красноусолда 63 фатирлы социаль йорт файҙаланыуға тапшырылды. 120  урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Район юлдарын төҙөкләндереүҙә лә быйыл ярайһы уҡ алға китеш бар.
Башҡа тармаҡтарҙа ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Киләһе йылдарҙа ла булған мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланып, халыҡ өсөн эшләргә яҡты өмөттәр бағлайбыҙ.
Хөрмәтле яҡташтар!
Бына тағы бер йыл тарихта ҡала. Ниндәй генә булһа ла, был йыл да һеҙҙең күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырһын. Яңы йыл һеҙгә яңы уңыштар, шатлыҡтар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, ғаилә именлеге теләйем. Яңы йыл ҡотло, бәрәкәтле булһын!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы.

Йырламайса нисек түҙәйем?
28 декабря 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Йыр-моң йәшәр.
Тыуыр шағирҙар ҙа
Ерҙә һандуғастар булғанда...
(Мәрйәм Күсмәева).
"Телевизорҙан моңло йыр ишетеп ҡалһам, бар эшемде ташлап, шул йырҙы тыңлайым, көнө буйы иҫтә ҡалған юлдарын көйләп йөрөйөм”, - ти 25 йыл мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләгән Зоя Риф ҡыҙы Кәримова. 30 йылдан артыҡ хеҙмәт стажының 25 йылы, ысынлап та, тыуған ауылы сәхнәһендә үткән.

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы
28 декабря 2016 йыл | Сәйәсәт, Йәмғиәт

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы
23 декабрҙә Владимир Путин тура эфирҙа журналистар менән аралашты. Инде 12-се тапҡырға уҙғарылған асыҡтан-асыҡ аралашыу 3 сәғәт 50 минут барҙы. Ошо арауыҡта ил етәксеһе 32 һорауға яуап биреп өлгөрҙө.

Афғансылар яуҙаштарын онотмай
27 декабря 2016 йыл | Йәмғиәт

Афғансылар яуҙаштарын онотмай
Билдәле булыуынса, 1979 йылдың 25 декабрендә Афғанстанға совет ғәскәрҙәре керетелә. Был ваҡиғаға 37 йыл тулыуға арналған һәм яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алып, Красноусолда митинг һәм Хәтер кисәһе булып үтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17